03:30 (UTC+5), 30 Октября 2018

Радий Хәбиров: Өфөнөң яңы мэры менән күптән танышбыҙ

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,Азат Ғиззәтуллин/. Өлфәт Мостафинды Өфө хакимиәте башлығы итеп һайланғандан һәм уның менән контракт төҙөгәндән һуң Өфө ҡала Советы депутаттары алдында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Ул депутаттар корпусының ҡарары төплө уйланылған тип билдәләне.
«Өлфәт Мансур улын күптән белеүемде йәшермәйем. Беҙҙе эшлекле һәм шәхси мөнәсәбәттәр бәйләй. Яңы хакимиәт башлығы һәм уның командаһы ҡала үҫешһен, Өфө халҡынан бөтә яҡтан уңайлы булһын өсөн барыһын да эшләр тип өмөтләнәм. Был бик ҙур яуаплылыҡ һәм Һеҙ, намыҫлы кеше булараҡ, алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙы атҡара алырһығыҙ тип ышанам. Өфө – ул Башҡортостан. Бында республика халҡының дүрттән бер өлөшө йәшәй. Башҡортостан Хөкүмәте ҡала хакимиәтенең тоғро ярҙамсыһы булыр. Өфөлә ағымдағы хәлдәр торошона булышлыҡ итеү, тығыҙ бәйләнештә эшләү өсөн бер төркөм аныҡ ҡарарҙар ҡабул иттек», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе Өлфәт Мостафинды Өфө мэры вазифаһына һайланыуы менән ҡотланы һәм уға уңыштар теләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өлфәт Мостафин кисә Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп һайланды. Уның өсөн Өфө ҡала Советының 31 депутатынан 28-ҙе тауыш бирҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1231287-radiy-khabirov-s-novym-merom-ufy-my-znakomy-davno/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика