11:00 (UTC+5), 30 Октября 2018

Михаил Киреев Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Михаил Киреевты торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ошо хаҡта төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Быға тиклем Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын, 1 октябрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙарҙан ҙуң вакантлы урынға тәғәйенләнгән, Владислав Туманин биләне.
Билдәләп үтергә кәрәк, алдан Михаил Киреев Красногорск хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһында эшләгән. Ул торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә яуаплы булған. Ул эшләгәндә ҡала «торлаҡ-коммуналь хужалыҡ» номинацияһында Мәскәү өлкәһе Губернаторының «Йыл асышы» премияһын яулаған. Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләгәндән һуң Михаил Киреев Красногорск башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған.
Белешмә
Киреев Михаил Юрьевич 1975 йылдың 20 февралендә Стәрлетамаҡта тыуған. Һамар тимер юл транспорты инженерҙары институтын, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда Куйбышев тимер юлының «Стәрлетамаҡ» локомотив депоһында башлаған. Унда машинист ярҙамсыһы, мастер, инженер булып эшләгән.
2003-2005 йылдарҙа – Башҡортостандың «Гостранссигнал» дәүләт унитар предприятиеһының участка мастеры.
2005-2007 йылдарҙа – Башҡортостандың «Башхимпромэнерго» дәүләт унитар предприятиеһы директоры.
2007 йылда – «Фининвест Сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡарма директоры урынбаҫары.
2007-2010 йылдарҙа – «Уралхимпромэнерго» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры.
2010-2011 йылдарҙа – Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының Стәрлетамаҡ ҡала округының «Межрайкоммунводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы директоры вазифаһын башҡарыусы.
2011-2015 йылдарҙа – Стәрлетамаҡ ҡала округының «Электр селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһы директоры вазифаһын башҡарыусы, директоры.
2015-2017 йылдарҙа – Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығының үҫеш һәм төҙөлөш буйынса беренсе урынбаҫары.
2017-2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
http://www.bashinform.ru/news/1231776-i-o-ministra-zhkkh-bashkirii-naznachen-mikhail-kireev/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика