12:30 (UTC+5), 29 Октябрь 2018

Өлфәт Мостафин Өфө мэры итеп һайланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин. «Газпром газораспределение Уфа» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Өлфәт Мостафин Өфө хакимиәте башлығы итеп һайланды. Өфө ҡала Советының күпселек депутаттары уның кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе: 28-ҙе «ыңғай», бер кеше тауыш биреүҙән тыйылды, берәүһе ҡаршы булды.
Тауыш биреүҙән һуң Өлфәт Мостафин менән килешеүгә ҡул ҡуйылды, ул Өфө хакимиәте башлығы бурыстарын шуға ярашлы башҡарырға тейеш.
Белешмә
Мостафин Өлфәт Мансур улы 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылында тыуған. Өфө еңел сәнәғәт техникумын, Өфө авиация институтын тамамлай, армияла хеҙмәт итә. Техник фәндәр кандидаты. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө торлаҡ-файҙаланыу идаралығында башлай. Торлаҡ хужалығының производство тресында баш инженер, Киров районы Советының башҡарма комитетында коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, Өфөнөң Торлаҡ хужалығы һәм инженер тәьминәте предприятиелары идаралығы начальнигы урынбаҫары була. 90-сы йылдарҙан «Газпром» системаһында эшләй.
2003 йылда Өлфәт Мостафин Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә финанс-хужалыҡ идаралығы начальнигы вазифаһына күсә. 2010 -2013 йылдарҙа Иҡтисади, технологик һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығында эшләй, һуңынан «Газпром»ға ҡайта.
http://www.bashinform.ru/news/1231126-merom-ufy-izbran-ulfat-mustafin/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика