16:01 (UTC+5), 26 Октябрь 2018

Максим Михайлов Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән китә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов эшен ҡалдыра. 2014 йылдан ул киң мәғлүмәт саралары, сәйәси партиялар, конфессиялар менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре, һайлауҙар үткәреү өсөн яуап бирҙе.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтендәге сығанаҡ хәбәр итеүенсә, Максим Михайлов үҙ теләге менән ғариза яҙған.
«Әлегә аныҡ пландар юҡ. Яңы урында белемем һәм тәжрибәм кәрәк икән, бик шат булырмын»,— тип һөйләне ул «КоммерсантЪ-Уфа» баҫмаһына үҙенең пландары хаҡында.
Максим Михайлов Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлаған. Карьераһын Эске эштәр министрлығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығында оператив хеҙмәткәр булып башлай, аҙаҡ уҡытыусылыҡ эше менән шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә тәғәйенләнгәнсе Башҡорт дәүләт педагогия университетында проректор, унан алдараҡ Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабында рәйестәш булып эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1230148-administratsiyu-glavy-bashkirii-pokidaet-maksim-mikhaylov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика