06:50 (UTC+5), 25 Октября 2018

Радий Хәбиров Өфөлә Швейцария киноһы фестивален уҙғарыу идеяһын хупланы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика властары Өфөлә сит ил киноһы аҙналығы барышында Швейцария кинофестивален уҙғарыуға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәк. Ошо хаҡта һүҙ барҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Швейцарияның Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ив Россье етәкселегендәге Швейцария Конфедерацияһы делегацияһы менән осрашыуында. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостан менән Швейцария араһында дуҫтарса, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре күптән һаҡлана, тип билдәләне Радий Хәбиров. Шулай уҡ Башҡортостан 2000 йылдарҙа Швейцарияның Үҫеш һәм хеҙмәттәшлек идаралығы линияһы буйынса айырыуса әүҙемләшкән ошо хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә ниәтләй.
Бер йыл элек Швейцария Илселегендә Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙҙы. Швейцария – Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең сауҙа палаталары союзы делегацияһы Башҡортостанға килде.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Нефть химияһын эшкәртеү институтының һәм «Башгипронефтехим»дың Швейцария менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҡыҙыҡһыныу белдереүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар яңы нефть химияһы продукттарын булдырыу өлкәһендә проекттар тәҡдим итә. «Башҡортостан сода компанияһы» ла берлектәге эшкә әҙер.
Радий Хәбиров Башҡортостан менән Швейцария араһындағы тауар әйләнешен (уҙған йылда 14 процентҡа кәмегән һәм 15 миллион доллар ғына тәшкил иткән) алдағы йылдарҙа арттырырға мөмкин булыр тигән ышаныс белдерҙе.
Башҡортостан мәҙәниәт, мәғариф, спорт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлекте киңәйтергә әҙер. Республика, ғәҙәттәгесә, сит ил киноһы аҙналыҡтарын ҡабул итә, шуға күрә Өфө Швейцария кинофестивален уҙғарыуҙа эстафетаны дауам итә, ә республика властары ошо йәһәттән кәрәкле ярҙам күрһәтәсәк.
Биш йыл элек, 2013 йылда, Өфөлә VI Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындары уҙҙы, унда Лозанна һәм Делемон ҡалаларынан балалар спорт ойошмалары ҡатнашты. Киләһе йылда Өфөлә Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары ойошторола. Башҡортостанға донъяның 60-70 иленән спортсылар килә. Радий Хәбиров Швейцария командаһын да ошо ярыштарға саҡырҙы.
Швейцария делегацияһы сәфәренең төп маҡсаты – инвестиция хеҙмәттәшлеген үҫтереү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ив Россье. Шуның менән бергә сит ил партнерҙарын һалым льготалары түгел, ә төбәктәге инвестиция мөхите – бизнесты алып барыуҙың асыҡлығы, һөйләшеүҙәргә әҙер булыу, бюрократик кәртәләрҙең юҡлығы ҡыҙыҡһындыра.
Швейцария илсеһе Радий Хәбировтың Өфөлә Швейцария киноһы фестивален уҙғарыу тәҡдимен хупланы һәм был мәсьәләне мәҙәниәт буйынса федераль ведомство менән мотлаҡ тикшерәсәген билдәләне.
Әңгәмәгә йомғаҡ яһап, Радий Хәбиров «Касабланка» (1942) үҙенең иң яратҡан фильмдарының береһе булыуын билдәләне һәм унан өҙөмтә килтерҙе. Уның фекеренсә, был һүҙҙәр ошо осрашыуға бик тап килә. «Минеңсә, был матур дуҫлыҡтың башы», — тине республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
http://www.bashinform.ru/news/1229084-radiy-khabirov-podderzhal-ideyu-provedeniya-v-ufe-festivalya-shveytsarskogo-kino/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика