08:00 (UTC+5), 25 Октябрь 2018

Радий Хәбиров: Дәүләт Йыйылышы майҙансығы вайымһыҙ етәкселәр өсөн Голгофа булырға тейеш

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Кисә Дәүләт Йыйылышының даими нигеҙҙә эшләүсе етәкселеге һәм депутаттар менән осрашыуҙан һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн республиканың алтынсы саҡырылыш парламентының икенсе пленар ултырышында сығыш яһаны. Радий Хәбиров депутаттарҙы алдан күреп эш итергә, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш ысынбарлығына яуап биргән закондар сығарыу башланғыстары тәҡдим итергә саҡырҙы. Халыҡ һайланыусылары шулай уҡ дәүләт власы органдары эшмәкәрләген ғәҙел һәм компромисһыҙ анализларға тейеш.
«Дәүләт Йыйылышы депутаттарына үҙҙәренең парламент контроле хоҡуғы менән әүҙем ҡулланыу шарт. Һеҙҙең майҙансыҡ вайымһыҙ етәкселәр өсөн ниндәйҙер Голгофоға әүерелергә тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Депутаттар мандат өсөн карьера мәнфәғәтенән сығып көрәшмәгәндер, уларҙың бөтәһен дә республикаға һәм уның халҡына хеҙмәт итеү берләштерәлер, тип өмөтөн белдерҙе республика етәксеһе.
«Һеҙ округтарығыҙҙың мәнфәғәтен ҡайғыртырға тейешһегеҙ. Республика парламентына электрон ҡабул итеү бүлмәһе асырға кәрәк. Унда һәр депутаттың үҙ почтаһы булырға тейеш. Һайлаусылар уға үҙ проблемалары тураһында яҙа ала. Әгәр халыҡ яҙмаһа, тимәк, улар һеҙгә ышанмай», - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы депутаттарҙа республиканың башҡарма власть органдары менән һөҙөмтәле үҫеше өсөн яуаплылыҡты уртаҡлашырға әҙер булған партнерҙар күрергә теләүен билдәләне.
http://www.bashinform.ru/news/1229194-radiy-khabirov-ploshchadka-gossobraniya-dolzhna-stat-golgofoy-dlya-neradivykh-rukovoditeley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика