03:31 (UTC+5), 25 Октября 2018

Радий Хәбиров алданған өлөшсөләрҙең проблемалары буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров алданған өлөшсөләрҙең проблемалары буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты.
Республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар проблемалы төҙөлөшкә бәйле хәлде, өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү варианттарын тикшерҙе.
Радий Хәбиров алдағы ике аҙнала һәр объект буйынса эштәрҙең көнүҙәк план-графигын күрһәтергә, ә ай ярымдан финанс схемаларын раҫларға ҡушты. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ла был процесҡа ҡушылырға һәм төҙөүселәр эшенең законлылығын өйрәнергә тейеш, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы хәлде шәхси контролдә тотасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ағымдағы йылдың йәйендә проблемалылар реестрында 95 йорт ине. 2014 алданған өлөшсө торлаҡ ала алмай. Республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, «Миловка паркы» (төҙөүсеһе «КилСтройИнвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), «Көмөш шишмә» (төҙөүсеһе «Крона»), «Яңы Булгаков» («СтройВертикаль») торлаҡ комплекстары, Өфөнөң Әхмәтов урамындағы һәм Нефте­каманың 25в-се биҫтәһен­дәге йорттар («Интеграл» акционерҙар йәмғиәте) иң ҙур проблемалы объекттар булып тора. Зыян күргән граждандар­ҙың 50 проценттан ашыуы ошо объекттарға тура килә.
http://www.bashinform.ru/news/1229045-radiy-khabirov-provyel-soveshchanie-po-problemam-obmanutykh-dolshchikov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика