ӨФӨ, 2018 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Республика Йортонда былтырғы «Рәсәй лидерҙары» конкурсы ярымфиналсылары һәм финалсылары менән осрашты.
«Рәсәй лидерҙары» конкурсы Рәсәй Президенты башланғысы буйынса ойошторолған «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» платформаһының флагман проекты булып тора. Конкурстың маҡсаты – лидерлыҡ сифаттарына һәм идарасылыҡ комптенецияларына эйә булған перспективалы етәкселәрҙе асыҡлау, үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү. Конкурс әүҙем граждандар өсөн эшләүсе социаль лифттар булдырыуға өндәлгән. Былтыр конкурста 200 меңгә яҡын кеше ҡатнашты. 103 еңеүсенән 70 конкурста ҡатнашыусы эшкә тәғәйенләнде, улар араһында – федераль кимәлдәге өс яңы министр урынбаҫары һәм ике губернатор.
Республика етәксеһе менән осрашыуға Башҡортостандан 15 «лидер» килде. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, кадрҙар һәр эштә бөтә нимәне хәл итә һәм уларҙы дөрөҫ ҡуйыу мөһим әһәмиәткә эйә. Ул намыҫлылыҡ һәм профессионализмды, шулай уҡ фекерҙәрҙең үҙаллылығын идарасы өсөн төп сифаттар тип атаны. «Ҡаршылыҡ күрһәткәнгә таянырға мөмкин тигән фекер бар. Кешенең үҙ фекере булыу, уны ипле итеп тирә-йүндәгеләргә еткерә белеү мөһим», — тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Радий Хәбиров фекеренсә, кеше әүҙем булғанда, уға мотлаҡ уңыш килә. «Мин һәр саҡ – бер ҡасан да бер нимә лә һорамағыҙ, айырыуса власть башында тороусыларҙан. Үҙҙәре килер һәм бирер, тигән ҡағиҙәгә таянып эш иттем». Ул шулай уҡ иң әүҙем һәм талантлы йәштәрҙең республиканан китеүенә борсолоу белдерҙе. «Беҙҙең бурыс – бында кадрҙар потенциалын һаҡлау, - тип иҫәпләй Радий хәбиров. - Бында яҡшы мөнәсәбәт, энергияның ташып тороуы, республика үҫеше кәрәк».
Финалсылар һүҙҙәренсә, «Рәсәй лидерҙары» конкурсында ҡатнашыуҙың төп һөҙөмтәһе – илдең иң көслө белгестәре менән танышыу, үҙеңде юғары конкуренция шарттарында һынау мөмкинлеге. Конкурс финалсыһы Никита Ханенко үҙенең грантын Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында эшлекле етәкселек итеү магистратураһы программаһы буйынса уҡыуға түләү өсөн тотонған, ул элеккесә «Уралсиб» банкында эшләй, ипотека продукттарын үҫтереү менән шөғөлләнә. Күсеп китеү мөмкинлеген ҡарамай әле: «Мәскәүгә бараһы килмәй, бында һәйбәт булыуын теләйем».
24 октябрҙә икенсе Рәсәй лидерҙары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. «Рәсәй лидерҙары» конкурсының икенсе миҙгелендә гражданлыҡҡа сикләүһеҙ, тест эшләү өсөн рус телен яҡшы белгән һәм 5 йылдан артыҡ етәксе тәжрибәһенә эйә булған, 55 йәшкә тиклемге кешеләр ҡатнаша ала. 35 йәштән кесе ҡатнашыусылар өсөн еңеләйтелгән шарттар бар: етәксе вазифаһында 2 йыл эш тәжрибәһе. Финалсылар һайланған уҡыу программаһына 1-шәр миллион һум ала. Конкурста еңеүселәргә илдең иң яҡшы идарасылары шәхси остаздар итеп билдәләнә. Шулай уҡ еңеүселәрҙән Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының махсус «идарасылыҡ кадрҙар резервын үҫтереү программаһы»на һайлап алына.
http://www.bashinform.ru/news/1228398-radiy-khabirov-finalistam-konkursa-lidery-rossii-nado-sokhranyat-kadry-v-bashkirii/