09:28 (UTC+5), 24 Октября 2018

Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары менән осрашты

glavarb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн республика Дәүләт Йыйылышының даими комитеттары етәкселеге һәм рәйестәре менән осрашыуҙа депутаттар корпусы менән яйға һалынған һәм конструктив эшкә ышаныуы хаҡында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, парламент составының күп партиялылығы теге йәки был партия өсөн тауыш биргән кешеләрҙең фекерен белергә мөмкинлек бирә.
«Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының абруйын артабан да нығытырға кәрәк, бының өсөн депутаттар һайлаусылары менән әүҙемерәк эшләргә, уларҙың проблемаларын башҡарма власть органдарына еткерергә тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы депутаттарҙы хакимиәтенең яңы етәксеһе Александр Сидякин менән таныштырҙы. Ул был вазифаға бөгөн тәғәйенләнде. Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы етәкселеген республика Хөкүмәте эшенә әүҙемерәк ҡушылырға, кәңәшмәләрҙә ҡатнашырға һәм теге йәки был мәсьәләләр буйынса һайлаусыларҙың фекерен еткерергә саҡырҙы.
Парламенттың яңы составы (75 депутат тәүгә һайланды) халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән закондар ҡабул итеүҙе үҙ эшендә төп йүнәлеш тип һанай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Граждандарҙы ҡабул итеү һәм уларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү халыҡ һайланыусылары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора.
«Ләкин чиновниктар йыш ҡына граждандарҙың мөрәжәғәттәренә формаль яуаптар ғына ебәрә ине, хәҙер депутаттарға ошо йәһәттән контролде көсәйтерә кәрәк», — тип билдәләне республика парламенты спикеры. Формаль ҡараштан ҡотолоу өсөн Дәүләт Йыйылышында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү буйынса эшсе төркөм ойошторолдо.
Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы депутаттары социаль селтәрҙә үҙҙәренең сәхифәһен асыуы, парламенттың рәсми сайтында федераль һәм республика ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр ебәреү өсөн айырым бүлек булдырылыуы тураһында һөйләне. Көҙгө сессияла депутаттар алдында бюджет документтары пакетын ҡарау бурысы тора. Ә 15 ноябрҙә бюджет закон проекттары асыҡ тыңлауҙарҙа тикшерелә, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Радий Хәбировтан муниципалитеттарҙа административ комиссияларҙың эшен яйға һалыуҙа ярҙам итеүен һораны.
«Законда төрлө административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙың 38 составы яҙылған, административ комиссияларҙың ҡәнәғәтләнерлек эшләмәүе сәбәпле уларҙың күптәре «йоҡо хәлендә». Күрше Татарстан штрафтар рәүешендә бюджетҡа 6 миллиард һумдан ашыу йыя, ә беҙ 1,6 миллиард һум ғына. Муниципаль бюджеттарҙа был аҡса артыҡ булмаҫ тип уйлайым һәм беҙгә ошо йүнәлештә нисек эшләргә кәрәклеге билдәле», — тине Константин Толкачев.
http://www.bashinform.ru/news/1228578-radiy-khabirov-deputaty-gossobraniya-dolzhny-aktivno-rabotat-s-izbiratelyami/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика