Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
89.82
+0.12
99.72
+0.52
71.06
-1.63
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Октябрь 2018, 13:01

«Радий Хәбировҡа шантаж юлы менән баҫым яһарға тырышҡандар йәл, ул быны ғәфү итмәй»: фекер

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артём Вәлиев/. Рәсәй дәүләт социаль университет ректораты ҡарамағындағы советник Рөстәм Әхмәҙинуров (ул Красногорскиҙа Хәбиров менән бергә эшләгән) «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостандың әлеге етәксеһе Радий Хәбировҡа уның элекке эш урынында эшҡыуарҙарҙың баҫым яһарға тырышыуҙары хаҡында һөйләне.
«Радий Фәрит улын Красногорск башлығы итеп тәғәйенләгәс, шундай хәлдәр булды, ләкин тиҙҙән барыһы ла яңы Башлыҡҡа баҫым яһау һәм тәьҫир итергә маташыуҙың мөмкин түгеллеген һәм өҫтәүенә кире реакция тыуҙыра икәнен аңланы, — тине ул. — Белеүегеҙсә, Радий Фәрит улы көрәшсе һәм уны шәхси мәнфәғәттәрҙе йәмәғәтселектеке итеп күрһәтеп, шантаж юлы менән ҡурҡыта башлаһалар, ул быны ғәфү итмәй. Өфөләрҙең һаулығында һәм хәүефһеҙлегендә аҡса эшләгән, пассажирҙар ташыу өлкәһендәге юғары килемле бизнес хужаларының Башлыҡҡа баҫым яһарға тырышыуҙарын күргәс, улар бик йәл тойолдо. Сөнки Красногорскиҙа эшләү тәжрибәһе буйынса уның быға бик ҡаты яуап биреүен беләм».
Әхмәҙинуров фекеренсә, Радий Хәбиров үҙ эшмәкәрлегендә тәү сиратта һөҙөмтәгә — Башҡортостанды элекке кеүек үк ил төбәктәре араһында алдынғы урындарға кире ҡайтарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. «Шуға күрә уға тәьҫир итергә маташыу китеп барған поезды ҡул менән туҡтатыуға тиң. Был файҙаһыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 октябрҙә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың йәмәғәт транспорты менән бәйле хәлде ҡаты тәнҡитләүенә һәм күләмле рейдтарҙың башланыуына яуап итеп, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта законһыҙ пассажир ташыусыларҙың забастовкаһы уҙҙы. Икенсе көндө үк, Хәбировҡа һәм уның Хакимиәтенә шантаж юлы менән тәьҫир итергә маташҡандан һуң, улар Башҡортостан Хөкүмәтенә һөйләшергә килде һәм забастовканы туҡтатып, маршрутҡа сығырға әҙер булыуҙары хаҡында белдерҙе. Ләкин уларҙың мөрәжәғәте кире ҡағылды һәм ноябрҙә пассажир маршруттарын бүлеү буйынса берҙәм конкурста ҡатнашырға тәҡдим ителде. Шуны билдәләп үтәйек: өҫтәмә транспорт берәмектәрен йәлеп итеү забастовка эҙемтәләрен бөтөрөргә мөмкинлек бирҙе, хәҙер ҡалала пассажирҙарҙы йәмәғәт транспортында йөрөтөүгә бәйле ҡыйынлыҡтар юҡ. Әлегә ҡайһы бер чиновниктар проблемаларҙы өйрәнеү өсөн үҙҙәре автобуста йөрөй башланы.
http://www.bashinform.ru/news/1228507--zhal-tekh-kto-pytalsya-shantazhirovat-radiya-khabirova-on-eto-ne-proshchaet-mnenie/
Читайте нас: