07:00 (UTC+5), 24 Октябрь 2018

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтен Александр Сидякин етәкләне

Бәйләнештә шәхси аккаунт
Станислав Шахов
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2016 йылдың декабрендә икенсе тапҡыр Татарстандан Дәүләт Думаһына һайланған һәм Дәүләт Думаһының торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләгән Александр Сидякинды үҙ хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләне. Беҙ уның биографияһынан ете ҡыҙыҡлы факт йыйҙыҡ.
- 2018 йылдың 17 ноябрендә Александр Сидякинға 41 йәш тула. Ул Карелия АССР-ының Сегежа ҡалаһында тыуған, Тверь дәүләт университетын тамамлаған. 2006 йылда «Теркәүҙә баш тартыу һәм кандидатты (кандидаттар исемлеген) теркәүҙә баш тартыу: Теория һәм практика проблемалары» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
- Профессиональ рейтингтарҙа (мәҫәлән, Кремлгә яҡын Социаль-иҡтисади һәм сәйәси тикшеренеүҙәр институты), Александр Сидякин һәр саҡ тәүге биш уңышлы депутат исемлегенә ингән. Ул 112 закон проекты авторы, уларҙың 50-һен депутаттар ҡабул иткән. Уның инициативалары араһында – торлаҡты бушлай срокһыҙ хосусилаштырыу, 80 йәштән оло кешеләрҙе капиталь иғәнәләр түләүҙән бушатыу, әсәлек капиталын йорт төҙөүгә һәм ремонтлауға файҙаланырға рөхсәт итеү тураһында закондар. Яҡын ваҡытта Дәүләт Думаһы һуңғы уҡыуҙа уның тағы ла бер закон проектын ҡабул итә – субсидия алыу өсөн кешеләргә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн бурыстары булмауын дәлилләргә кәрәкмәйәсәк. Был Рәсәйҙәге 2,6 миллион кешенең тормошон еңеләйтәсәк.
- 2013 йылда көҙөн Ҡазанда Боинг пассажирҙар самолетты авиаһәләкәткә осрағандан һуң, Сидякин 20 йылдан иҫке самолеттарҙы файҙаланыуҙы тыйыу башланғысы менән сығыш яһаны. Рәсәй авиацияһы был башланғысты хупланы.
- Уның Башҡортостанда ла эш тәжрибәһе бар. 2005-2007 йылдарҙа ул Өфөнөң һайлау комиссияларында һәм Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында эшләне, шулай уҡ республикала «Рәсәйҙең Пенсионерҙар партияһы» һәм «Ғәҙел Рәсәй» партияларының вәкиллектәрен етәкләне.
- Александр Сидякин – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы авторҙарының береһе. Уның ҡатнашлығында дөйөм йорт ихтяждары өсөн арттырып түләү проблемаһы хәл ителде, капиталь ремонт системаһы эшләтеп ебәрелде, хужаларға ситтән тороп йорт хужалары йыйылыштарын уҙғарыу рөхсәт ителде, идара итеүсе компанияларына лицензия алыу мәжбүр ителде, ә йорт хужалары йыйылыштары протоколдарын фальсификациялау өсөн енәйәти яуаплылыҡ индерелде.
- 2016 йылдың ноябренән Дәүләт Думаһында өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эш төркөмөн етәкләй. Ул ике йылда 65584 «алданған өлөшсөгә» 426 проблемалы йортто һалып бөтөргә ярҙам итте.
- Александр Сидякин – социаль селтәрҙәр менән әүҙем ҡулланыусы. Депутат булып эшләү ваҡытында сетерекле темалар буйынса депутат һорауҙары йүнәлтте һәм күсермәләре менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, 2017 йылда ул репост өсөн тәүгеләрҙән хөкөм ителгән – Екатеринбургта йәшәүсе Евгения Чудновецты азат итеүгә булышлыҡ итте, шулай уҡ бәләкәй күләмдә аш мәге һаҡлаған өсөн хөкөм ителгән Воронеждан Полухиндар ғаиләһен яҡлап һоратыу яҙҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1228471-administratsiyu-glavy-bashkirii-vozglavil-aleksandr-sidyakin-kto-on-i-chem-izvesten-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика