15:15 (UTC+5), 23 Октябрь 2018

Ҡырмыҫҡалы районын Әлфир Сабиров етәкләне

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Әлфир Сабиров Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Ошондай ҡарар бөгөн район депутаттары Советы ултырышында ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Үҙ вазифаһында ул Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илдар Латиповты алмаштырҙы. Быйыл сентябрь аҙағында 2011 йылдан районды етәкләгән Фәнзил Сыңғыҙов Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығынан Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһына күсерелде.
Әлфир Фәрхәт улы Сабиров 1980 йылдың 12 декабрендә тыуған. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған.
2003-2008 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы ауылында 2-се урта мәктәптә тарих уҡытыусыһы булып эшләгән.
2008-2010 йылдарҙа - 1-се Ҡырмыҫҡалы урта мәктәбен, 2010-2011 йылдарҙа 2-се Ҡырмыҫҡалы урта мәктәбен етәкләгән.
2011 йылдың июленән 2014 йылдың ғинуарына тиклем Ҡырмыҫҡалы районы мәғариф бүлеге етәксеһе булып эшләгән.
2014 йылдың ғинуарынан әлегә ҡәҙәр Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең район Советы секретары вазифаһын биләне.
http://www.bashinform.ru/news/1228043-karmaskalinskiy-rayon-bashkirii-vozglavil-alfir-sabirov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика