12:29 (UTC+5), 23 Октябрь 2018

Өфөнөң инвестиция төҙөлөш комитетында – яңы директор

Өфө ҡала Советы
Өфө ҡала Советы
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфө мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Хөсәйенов ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә кадрҙар үҙгәреше тураһында хәбәр итте. Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты директоры вазифаһына Марат Вәсимов тәғәйенләнде.
Быға тиклем муниципаль предприятие етәксеһе вазифаһын Асҡар Фәйзуллин биләй ине, ә унан алда ул «Өфө һыу каналы» директоры булып эшләгән.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров кисә төҙөлөш буйынса яңы вице-премьер Раиф Әбдрәхимовҡа инвестиция-төҙөлөш комитетының эшмәкәрлеген тикшерергә ҡушты. Барыһына ла билдәле мәғлүмәт буйынса, инвестиция-төҙөлөш комитеты бер объект та тапшырмаған.
Белешмә
Марат Вәсфи улы Вәсимов 1964 йылдың 15 майында республиканың Балтас районы Яланғас ауылында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған. Дәүләт наградалары бар: Салауат Юлаев ордены, «Рәсәйҙең Почетлы төҙөүсеһе», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» исемдәре.
Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнсе «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы булып эшләгән.
http://www.bashinform.ru/news/1227876-v-mup-isk-ufy-naznachen-novyy-direktor/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика