Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Октябрь 2018, 12:21

Ленара Иванова вице-премьер статусында Башҡортостандың социаль өлкәһе өсөн яуап бирә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. Быға тиклем ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры булып эшләгән Ленара Иванова Башҡортостан хөкүмәтендә социаль өлкә өсөн яуаплы вице-премьер итеп тәғәйенләнде. Тейешле указға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Ленара Иванова 1968 йылдың 31 декабрендә Нефтекамала тыуған. Өфө авиация институтын тамамлаған. Һөнәре буйынса «инженер-иҡтисадсы».
Профсоюз хәрәкәте системаһында, шул иҫәптән 2006-2010 йылдарҙа республика Федерацияһы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Министрлыҡҡа 2010 йылдан етәкселек итә.
Уның етәкселегендә республикала коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм шәхси компаниялар социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаждарҙы, шулай уҡ ҡарттар йорттарын, балалар приюттарын хеҙмәтләндереү хоҡуғын алды. Шулай уҡ республика эшсе көсөн рәсмиләштереү буйынса өс лидер иҫәбенә инде, бер нисә йөҙ мең кеше үҙенең эш биреүсеһе менән хеҙмәт килешеүе төҙөнө, республика бынан бюджетҡа миллиард һумдан ашыу һалым алды. Эш урындары аттестация үтте, социаль туризм программаһы барлыҡҡа килде һәм үҫешә.
Тотош Рәсәйҙә трендҡа әүерелмәгән саҡта уҡ Ленара Иванова тәүгеләрҙән булып социаль селтәрҙә үҙенең сәхифәһен асты.
«Мин бөтәһен дә үҙем яҙам, ярҙамсыларымды йәлеп итмәйем. Халыҡ менән кире бәйләнеш булдырыу беҙҙең эштә бик мөһим тип иҫәпләйем. Бәйләнештәге аккаунтта күберәк ялыуҙар ҡабул итәм, ә Фейсбукта — фекерҙәремде белдерәм. Шәхси хәбәрҙәргә ялыуҙар килһә, мин уларҙы рәсми рәүештә эшкә йүнәлтәм, бер мөрәжәғәт тә яуапһыҙ ҡалмай», — тип һөйләне ул бына алда. Һынлы сәнғәт һәм графика менән мауыға, акварель менән яҙа.
Уның урынына министр вазифаһын башҡарыусы итеп ведомствоның беренсе урынбаҫары Юрий Мельников тәғәйенләнде.
http://www.bashinform.ru/news/1227268-vitse-premerom-kuriruyushchim-sotsialnuyu-sferu-stala-lenara-ivanova-/
Читайте нас: