Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Октябрь 2018, 13:35

Башҡортостан хөкүмәтенең һигеҙ вице-премьеры отставкаға китте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Хөкүмәте етәкселеге Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға отставкаға сығыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Был хаҡта Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
«Мин Рөстәм Хәбиб улын Премьер-министр сифатында эшен дауам итеүен һораным. Һигеҙ вице-премьерҙың отставкаһын ҡабул иттем. Ошо төплө уйланылған ирҙәрсә ҡарар уларҙың өлгөргән етәксе булыуын күрһәтә. Әгәр улар үҙҙәренең тәжрибәһен һәм һөнәри оҫталығын артабан ҡулланырға теләһә, үҙ урындарын табыр», — тине Радий Хәбиров.
Өс вице-премьер үҙ вазифаларын ваҡытлыса башҡарыуҙы дауам итә. Улар — Илшат Тажетдинов (Хөкүмәт аппараты етәксеһе), Илшат Фәйзрахманов (ауыл хужалығы өсөн яуаплы) һәм Фәрхәд Самедов (республиканың Мәскәүҙәһе тулы хоҡуҡлы вәкиле).
Республикала яңы етәкселәр ҙә тәғәйенләнде.
Башҡортостан Хөкүмәтендә төҙөлөш блогы өсөн яуаплы яңы вице-премьер — Раиф Әбдрәхимов, ул күп йылдар Өфөләге «Инвестиция-төҙөлөш комитеты»н етәкләй, ә һуңғы ваҡытта Радий Хәбировтың командаһында — Красногорск хакимиәте башлығының архитектура һәм төҙөлөш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ул уҙған йылдың декабренән вице-премьер вазифаһын биләгән Андрей Труханды алмаштырҙы.
Быға тиклем ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры булып эшләгән Ленара Иванова Башҡортостан Хөкүмәтендә социаль өлкә өсөн яуаплы вице-премьер итеп тәғәйенләнде. Уның урынына министр вазифаһын башҡарыусы итеп ведомсто башлығының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников тәғәйенләнде.
Унан алда был вазифаны 2014 йылдың декабренән Салауат Сәғитов биләне.
Башҡортостанда тыуып үҫкән полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов көс структуралары менән эш өсөн яуап биргән, хәүефһеҙлек мәсьәләләре, хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш һәм мобилизация әҙерлеге менән шөғөлләнгән вице-премьер итеп тәғәйенләнде.
Шулай уҡ 2016 йылдың ноябренән Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығын етәкләгән Евгений Гурьев Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды. Уның вазифаһын вице-премьер статусынан тыш Олег Полстовалов биләне.
Олег Полстовалов 1974 йылда Өфөлә тыуған, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты. Төрлө йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының криминалистика кафедраһында уҡытҡан, Хоҡуҡ институты директорының фән эше буйынса урынбаҫары булған; 2005 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ инстиутты директоры. Һуңғы йылдарҙа Красногорскиҙа хоҡуҡ идаралығы етәксеһе булып эшләгән.
Шулай уҡ 2012 йылдың октябренән вазифа биләгән Марат Мәһәҙиевтың һәм сентябрҙә вице-премьер итеп тәғәйенләнгән Фәнзил Сыңғыҙовтың эштән китеүе тураһында иғлан ителде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндән һуң тәүгеләрҙән булып 2014 йылдан Һаулыҡ һаҡлау министрлығын етәкләгән Әнүәр Бакиров отставкаға китте. Ведомство башлығы вазифаһын ваҡытлыса Рафаэль Яппаров башҡара. Шулай уҡ уҙған аҙнала Ринат Шәғәлин төбәк башлығының эштәр идарасыһы вазифаһынан бушатылды, вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы итеп Гүзәл Насирова тәғәйенләнде.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы үҙенең командаһында ниндәй кешеләрҙе күреүе хаҡында хәбәр иткәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1227305-vosem-vitse-premerov-pravitelstva-bashkirii-ushli-v-otstavku-/
Читайте нас: