04:10 (UTC+5), 19 Октябрь 2018

Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанда ҙур күмәртә-бүлеү үҙәгендә булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостан делегацияһы Рәсәй һәм Үзбәкстан араһында беренсе төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә сәфәр менән Ташкентта. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов етәкләгән дегецияла республиканың алдынғы ауыл хужалығы предприятиелары вәкилдәре. Ошо хаҡта республика Хөкүмәте сайтында хәбәр ителә.
17 октябрҙә Башҡортостан делегацияһы 10 мең тонна ҡеүәткә эйә Gold Fried Fruits яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә – күмәртә-бүлеү үҙәгендә булды.
Форумда делегацияның «Агросәнәғәт комплексы: кооперацияны үҫтереү өсөн үҫеш нөктәһе» практик семинарында, Рәсәй компаниялары презентацияларында, Рәсәй-Үзбәкстан эшлекле совет ултырышында, эшлекле даирә вәкилдәренең «бәйләнештәр биржаһында» ҡатнашыуы ҡаралған.
Рәсми сәфәр 20 октябрҙә тамамлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2-4 октябрҙә Башҡортостанда эш сәфәре менән Үзбәкстан делегацияһы булды. Үзбәкстандың аграр тармағы вәкилдәре агросәнәғәт потенциалы менән танышты һәм республиканың бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһында булды.
http://www.bashinform.ru/news/1226370-delegatsiya-bashkirii-posetila-krupnyy-optovo-raspredelitelnyy-tsentr-v-uzbekistane/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика