12:31 (UTC+5), 17 Октября 2018

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарының эшен уңайлы мөхит булдырыуҙағы уңыштары буйынса баһалай

glavarb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 17 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡ өсөн уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Был мәсьәлә - иң мөһимдәренең береһе һәм уға «етди иғтибар бүлеү» күҙаллана, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Туманин һөйләүенсә, 2018 йылда йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһына 1205 объект индерелгән. Уларҙың тышҡы яғы, ҡыйығы, инженер селтәрҙәре һәм лифттар яңыртыла.
«Төҙөкләндереү программаһы 228 тораҡ пунктты үҙ эсенә ала. Башҡортостандың барлыҡ ҡала округтарында һәм муниципаль райондарында 403 ихата һәм 122 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелә», — тип билдәләне министр вазифаһын башҡарыусы.
Радий Хәбиров үҙгәрештәрҙең һәм ремонттың бер урында ғына булырға тейеш түгеллегенә баҫым яһаны. Шулай уҡ төбәк етәксеһе балалар майҙансыҡтарында именлекте тәьмин итеү кәрәклегенә иғтибар итте.
«Баланың һаулығына зыян килтерерҙәй ҡорамалды заманса хәүефһеҙлек нормаларына һәм талаптарына тап килгән яңыһына алмаштырыу зарур», – тине ул.
Ҡала һәм район башлыҡтарының эшен халыҡҡа уңайлы шарттар булдырыу буйынса баһалайым, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Быға федераль бюджет аҡсаһын йәлеп итеү дәрәжәһе лә инә.
«Күләмле проекттарҙы төбәк, муниципалитеттар көсө менән генә ғәмәлгә ашырып булмай», — тине республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
http://www.bashinform.ru/news/1225618-radiy-khabirov-otsenit-rabotu-glav-munitsipalitetov-po-formirovaniyu-komfortnykh-usloviy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика