12:00 (UTC+5), 17 Октября 2018

Радий Хәбиров Игорь Сечин менән осрашты

«Роснефть» нефть компанияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башнефть» предприятиеларына тәүге эш сәфәренән һуң «Роснефть» нефть компанияһының баш башҡарма директоры Игорь Сечин менән осрашты. Корпорацияның Мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы хәбәр итеүенсә, яҡтар компанияның төбәктәге производство эшмәкәрлеге менән бәйле байтаҡ һорауҙарҙы тикшерҙе, шулай уҡ уның республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индереүен билдәләне.
Башҡортостан тауар етештереүселәренең хеҙмәттәр һәм тауарҙар һатып алыу буйынса «Роснефть» предприятиелары тендерҙарында ҡатнашыуы, «Башнефть» предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре күтәрелде. Игорь Сечин Радий Хәбиров менән хеҙмәттәшлек тураһында ғәмәлдәге килешеүҙең үтәлешен һәм уны үҫтереү мөмкинлеген тикшерҙе.
Белешмә. «Роснефть» нефть компанияһы һәм Башҡортостан Республикаһының хеҙмәттәшлек тураһында килешеүе 2017 йылдан ғәмәлдә. Документ яҡтарҙың төбәктең комплекслы үҫешенә булышлыҡ иткән сәнәғәт, финанс, социаль программаларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу барышында яҡтар төрлө йүнәлештәр буйынса, шул иҫәптән мәҙәниәт һәм экология өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте уңышлы үҫтерә. Төп тәбиғәтте һаҡлау объектын — «Башнефть — Өфөнефтехим» биологик таҙартыу ҡоролмалары комплексын файҙалана башлау һәм майҙаны яҡынса 10 мең квадрат метрлыҡ «Туймазы-Арена» универсаль спорт боҙ комплексын төҙөүҙе тамамлау компанияның һәм Башҡортостан Республикаһының уңышлы хеҙмәттәшлек итеүенә сағыу миҫал булып тора.
http://www.bashinform.ru/news/1225591-radiy-khabirov-vstretilsya-s-igorem-sechinym/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика