08:00 (UTC+5), 16 Октября 2018

Радий Хәбиров республика чиновниктарын нормаға һалынмаған эш аҙнаһына күсерҙе

glavarb.ru
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәте үҙенең оператив кәңәшмәләрен хәҙер шәмбе һайын көндөҙгө сәғәт 1-ҙә уҙғара башлай. Уларҙа видеоконференция режимында республиканың ҡалалар һәм райондар хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнаша ала. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновҡа ошондай йөкләмә бирҙе.
Төбәк Хөкүмәтендә кисәңге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров чиновниктарға эшкә ҡарата мөнәсәбәттәрен үҙгәртергә кәрәк тип әйтте, тип хәбәр итә «Медиакорсеть» мәғлүмәт порталы.
- Коллегалар, мин һеҙгә эшләргә тәҡдим итәм. Мин әле ҡарт кеше түгел, көсөм һәм ныҡышмалылығым да күп. Шуға йәки мин һеҙҙең менән, йә иһә башҡа кешеләр менән уңышҡа өлгәшәм, — тип баҫма Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының телмәренән өҙөмтә килтерә.
Радий Хәбиров, бынан алып чиновниктарҙың тыныс тормошо булмай, сөнки дәүләт хеҙмәтендә нормаға һалынған эш көнө булмай, тип билдәләне. Шул арала, ул ултырыш залында булған чиновниктарҙың бер ҡайһыһына ла дошмандарса мөнәсәбәттә ҡарамауын билдәләне, сөнки хөкүмәт ағзаларының һәр ҡайһыһында билдәле бер тормош һәм һөнәри тәжрибәһе бар. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ул эшкә һәм халыҡҡа ҡарата миһырбанһыҙ мөнәсәбәт менән килешмәйәсәк.
- Мин – романтик та, теоретик та түгел, мин – айыҡ аҡыллы сәйәсмән. Һеҙҙең менән дөйөм эш буйынса партнерҙарса һөйләшәм. Хөкүмәт ағзалары һәм муниципалитеттар башлыҡтары, тағы бер төркөм етәкселәр - бөтәһе бергә 200 кеше кешеләр үлмәһен, балалар мәктәпкә балта тотоп бармаһын өсөн яуаплы. Әгәр тейешенсә эшләргә әҙер булмаһағыҙ, кәңәшмәнән һуң башҡа нәмә менән шөғөлләнә алаһығыҙ, — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
http://www.bashinform.ru/news/1224693-radiy-khabirov-perevel-respublikanskikh-chinovnikov-na-nenormirovannuyu-rabochuyu-nedelyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика