Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
0
90.4
0
66.47
+1.13
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Октябрь 2018, 16:33

Радий Хәбиров «Башҡортостан» нәшриәтен бөлгөнлөктән ҡотҡарырға ҡушты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башҡортостан» нәшриәтен бөлгөнлөккө төшөрөүгә юл ҡуймаҫҡа ҡушты. «Медиакорсеть» хәбәр итеүенсә, республика етәксеһе төбәктәге берҙән-бер дәүләт нәшриәте һаҡланып ҡалырға тейешлеген белдерҙе. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров предприятиеның бөлгөнлөгөнә юл ҡуйған чиновниктарҙы тәнҡитләне һәм 15 ноябргә ҡәҙәр уны ҡотҡарыу варианттарын әҙерләргә күрһәтмә бирҙе.
Республикабыҙҙа 4 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Ә хәҙер һеҙ миңә берҙән-бер дәүләт нәшриәте эшләүҙән туҡтай тип белдерәһегеҙме? Уларҙың бинаһы үҙәктә урынлашҡан, күпмелер ваҡыттан һуң унда ниндәйҙер күңел асыу йәки сауҙа үҙәге төҙөүҙәре мөмкин. Ә баҫыу станоктарын металлоломға тапшырырбыҙ. Быға нисек юл ҡуйҙығыҙ?
— тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров вице-премьер, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьевҡа һәм Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедовҡа, һәм әгәр нәшриәтте юғалтҡан осраҡта уларға ҡарата саралар күрелер тип вәғәҙәләне. Республика етәксеһе фекеренсә, дәүләт унитар предприятиеһын бюджет аҡсаһы ярҙамында һаҡлап ҡалып булыр ине.
Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы башлығы аңлатыуынса, октябрь башына әлеге предприятиеның 49,8 миллион һум дебиторлыҡ бурысы һәм 385,5 миллион һумлыҡ кредит бурысы булған. Төп бурыстар 2009 йылда йыйыла — предприятие яңы баҫыу станоктарын алыуға киткән кредитын ҡаплай алмай.
Тап Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы үҙенең «Төбәк фонды» инвестиция компанияһы нигеҙендә предприятиенан 133,5 миллион һумлыҡ түләүҙәр талап итә. Әлеге ведомство предприятиены банкротҡа әйләндереү башланғысы менән сыҡан да инде. Икенсе кредитор — ВТБ банкы, предприятиеның уға 178 миллион һум бурысы бар.
Алдан хәбәр ителгәнсә, «Башҡортостан» нәшриәт йортоноң хужалыҡ эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителергә тейешле йыйылыш 23 октябргә билдәләнгәйне. Предприятиела 100-ҙән ашыу кеше эшләй, улар июлдә үк ҡыҫҡартылыу тураһында белдереү ҡағыҙҙары алды.
Сентябрь башында «Башҡортостан» нәшриәтендә ҙур тираж менән баҫылған гәзиттәрҙең редакцияларына тиҙҙән уның эше туҡтатылыуы тураһында хәбәр иткәйнеләр. Мәҫәлән, «Российская газета» был нәшриәттә 26 октябргә ҡәҙәр баҫыла. «Аргументы и факты» ноябрҙән Екатеринбург типографияһына күсә. «Аргументы недели», «Труд» Өфөләге «Печатник» типографияһында баҫыла башлай. «Республика Башкортостан» гәзитенең бер йыл инде Нефтекама типографияһында баҫылыуы билдәле.
http://www.bashinform.ru/news/1224864-radiy-khabirov-rasporyadilsya-spasti-ot-bankrotstva-izdatelstvo-bashkortostan/
Читайте нас: