05:00 (UTC+5), 16 Октябрь 2018

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров отставкаға ғариза яҙҙы

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров отставкаға сығырға ғариза яҙҙы. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, Әнүәр Бакиров үҙе теләп эштән китергә ғариза яҙған. «Уның ғилми потенциалы юғары булғас, уға был өлкәлә эш тәҡдим ителәсәк», — тип хәбәр итте сығанаҡ.
Әнүәр Бакиров 1964 йылдың 26 февралендә Өфөлә тыуған. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетының дауалау факультетын тамамлаған. 1998 йылда - «Ҡыҙыл үңәс стриктураһында төрлө эзофагопластика алымдарын сағыштырма баһалау» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы, 2001 йылда «Ҡыҙыл үңәстә һәм ашҡаҙанда яман булмаған сирле ауырыуҙарҙы реконструктив-тергеҙеү дауалау» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған.
Медицина эшмәкәрлеген 1987 йылда Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында башлай. 2002-2007 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы. 2011-2012 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары. 2012-2014 йылдарҙа – «Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансер» һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының баш табибы. 2002 йылдан әлегә тиклем – Башҡорт дәүләт медицина университетының дөйөм хирургия кафедраһы профессоры.
Ул Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры вазифын 2014 йылдың сентябренән алып биләне.
http://www.bashinform.ru/news/1224506-ministr-zdravookhraneniya-bashkirii-anvar-bakirov-podal-v-otstavku/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика