03:50 (UTC+5), 15 Октября 2018

Рөстәм Хәмитов отставкаға сыҡҡандан һуң нимә менән шөғөлләнәсәген һөйләне

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рөстәм Хәмитовты Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн ордены менән бүләкләне. Орден 13 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында Радий Хәбиров менән таныштырғанда тапшырылды.
Телмәрендә элекке Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бөтә коллегаларына эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм яңы командағы ҡатмарлы күсеү дәүерен тиҙерәк үтергә ярҙам итергә әҙер булыуын белдерҙе. «Мин барығыҙға ла рәхмәтлемен. Республика үҙгәрҙе, ул иреклерәк булып китте. Мин яңы командаға ярҙам итәсәкмен, был йөктөң ни тиклем ауыр, ниндәй йөкләмә булыуын беләм һәм, коллегалар, һеҙҙе лә уға ярҙам итергә саҡырам. Шәхсине ситкә ҡуйып, бергәләп эшләргә кәрәк», — тине ул, Дәүләт Йыйылышы залында сығыш яһап.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ оставканан һуң сәйәсәт менән шөғөлләнергә йыйынмауын, уны фән, етештереү, атап әйткәндә, һанлы иҡтисад ҡыҙыҡһындырыуын хәбәр итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Хәмитов 11 октябрҙә, Республика көнөндә, вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте. Элек Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе, Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары, һуңғы йылдарҙа Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһы башлығы булып эшләгән Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
http://www.bashinform.ru/news/1223772-rustem-khamitov-rasskazal-chem-zaymetsya-posle-otstavki/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика