07:50 (UTC+5), 15 Октября 2018

Дәүләт Думаһы депутаты Александр Сидякин: Башҡортостанды республикала тыуып үҫкән кешенең етәкләүе мөһим

«Реальное время»
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башҡортостанды ошонда йәшәгән халыҡтың телен, мәҙәниәтен белгән кешенең етәкләүе бик мөһим. Сөнки әҙерлекһеҙ кешегә килеү бик ҡатмарлы булыр ине, моғайын, — тине Татарстандан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Александр Сидякин Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы телемарафон барышында. — Президент кадрҙар тураһында ҡарар ҡабул иткәндә быларҙың барыһын да ентекле тикшерә».
Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ғүмеренең байтаҡ йылдары Башҡортостан менән бәйле. «Мин урта йәштә Мәскәүгә сығып киттем, унда 10 йыл эшләнем, һәм әлбиттә, һағына инем, — тип һөйләне һуңғараҡ Радий Хәбиров «Рәсәй 1» телеканалындағы «Аҙна хәбәрҙәре» программаһы эфирында. — Маҡсатым — минән алда эшләгән кешеләрҙең һәйбәт эш һөҙөмтәләрен һаҡлау һәм республикалағы тормошто тағы ла яҡшыраҡ итеү».
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Радий Хәбиров республиканың Ишембай районында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған һәм 2003 йылға тиклем вузда эшләгән. 2003 йылда Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры вазифаһынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнгән. 2008 йылда Мәскәүгә күскән, Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләгән. 2017 йылдан Мәскәү өлкәһенең Красногорск башлығы булған.
http://www.bashinform.ru/news/1223973-deputat-gosdumy-aleksandr-sidyakin-vazhno-chto-bashkortostan-vozglavil-chelovek-iz-respubliki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика