04:00 (UTC+5), 12 Октября 2018

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

http://inkrasnogorsk.ru
Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең указы менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусыны тәғәйенләне. Ул – Радий Хәбиров.
Документ Кремлдең рәсми сайтында баҫылып сыҡҡан.
«Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ғаризаһы менән бәйле һәм 1999 йылдың 6 октябрендәге «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондар сығарыу (вәкәләтле) һәм башҡарма дәүләт власы органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» 184-се Федераль закондың 19-се статьяһына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың үҙ теләге буйынса отставкаға сығыуын ҡабул итергә, Радий Фәрит улы Хәбировты һайланған Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаны ҡабул иткәнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләргә ҡарар итәм», — тиелгән документта.
Указ ҡул ҡуйған көндән үҙ көсөнә инде.
11 октябрҙә Башҡортостанды 2010 йылдан етәкләгән Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентына отставкаға сығыуы тураһында тейешле мөрәжәғәт йүнәлтте.
Радий Фәрит улы Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ишембай машиналар эшләү заводында фрезерсы уҡыусыһы булып башлаған.
1989-1992 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты.
1994-2003 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты өлкән уҡытыусыһы, доценты, деканы урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры.
2003-2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе.
2008 йылда – Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм Рәсәй Федерация Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығының сәйәси партиялары менән эш итеү департаменты директоры.
2009-2016 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары.
2017-2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлағы.
Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
http://www.bashinform.ru/news/1223172-vremenno-ispolnyayushchim-obyazannosti-glavy-bashkirii-naznachen-radiy-khabirov/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика