11:17 (UTC+5), 12 Октября 2018

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән таныштыралар

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Шәмбе, 13 октябрҙә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән таныштыра.
Йыйылышҡа Башҡортостан Башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, республика хөкүмәте ағзалары, республика парламенты депутаттары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырылған.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 11 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләне. Тейешле Указ Кремлдең рәсми сайтында баҫылған.
Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инде.
Ошо уҡ көндә 2010 йылдан Башҡортостанды етәкләгән Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президентына тейешле мөрәжәғәт ебәреп, үҙенең отставкаһы тураһында белдерҙе.
Радий Хәбировҡа 54 йәш, ул Башҡортостандың Ишембай районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған һәм 2003 йылға тиклем вузда эшләгән. 2003 йылда Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры вазифаһынан дәүләт хеҙмәтенә алынған — Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнгән. 2008 йылда Мәскәүгә күскән, Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләгән. 2017 йылда — Мәскәү өлкәһенең Красногорск башлығы. Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Радий Хәбиров Каринэ Хәбироваға өйләнгән, кескәй улы үҫә.
http://www.bashinform.ru/news/1223472-v-gossobranii-bashkirii-predstavyat-vrio-glavy-respubliki-radiya-khabirova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика