11:13 (UTC+5), 09 Октября 2018

Башҡортостанда һигеҙ балалы ғаиләләргә 600 мең һум аҡса бирелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда һигеҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә 600 мең күләмендә бер тапҡыр тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Тейешле закон проектын республика Хөкүмәте, Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитет ултырышында ҡаралған.
«Әлеге ваҡытта ошо бер тапҡыр түләнә торған аҡса туғыҙ һәм унан күберәк балаһы булған ишле ғаиләләргә тапшырыла, — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев. — Тәүҙә бындай ғаиләләргә «ГАЗель» автомобиле бирелде. Ләкин ошо автомобилдә йөрөү барыһына ла уңайлы түгел ине. Бер нисә йыл элек ошо ярҙам сараһын аҡсалата компенсация менән алмаштырырға хәл ителде. Сумма йыл һайын индексациялана һәм әле 600 мең һум тәшкил итә. Ошо түләүҙе алыу хоҡуғын һигеҙ балалы ғаиләләргә лә таратырға тигән тәҡдим бар».
http://www.bashinform.ru/news/1222034-v-bashkirii-semi-s-vosemyu-detmi-poluchat-po-600-tys-rubley-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика