03:30 (UTC+5), 04 Октября 2018

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеттары етәкселеге менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәкселеге, парламент комитеттары рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары менән осрашты.
- Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа биш йыллыҡ ҙур эш башлана. Ул республика, халыҡ, шул иҫәптән һеҙҙең өсөн яуаплы, мөһим мәл. Һис шикһеҙ, беҙгә, нимә эшләргә кәрәклеген аңлап, дөрөҫ башлап ебәреү мөһим, - тине төбәк етәксеһе.
Республика халҡының үҙаң үҫеше, власть структураларына, тормош сифатына ҡарата талаптарҙың артыуы яңы саҡырыуҙар булдыра, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
- Парламент - халыҡ эргәһендә даими булырға, тормоштоң бөтә ыңғай һәм кире яҡтарын күрергә, кире яҡтары яйлап ыңғайға әйләнһен өсөн уның өҫтөндә эшләргә тейеш власть органы ул. Бында һис бер төрлө үҙһендереү юҡ, - тип айырып әйтте Башҡортостан Башлығы. - Һеҙҙең бурыс – ҡануниәтте, формаль, тик процесҡа йүнәлтелгән итеп түгел, тормош ысынбарлығына ярашлы, ул ысынында тормош талаптарына яуап бирерлек итеп көйләү.
Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республикала ҡануниәт уратып алмаған өлкәләр ҡала әле. Һүҙ ирекмәнлек хәрәкәте, ғаилә эшҡыуарлығы, кооперация һәм башҡалар тураһында бара.
- Халҡыбыҙ тыныс, ғәҙәти, фәһемле эшләй алһын өсөн яңынан ҡарарға, асырға, тәртипкә килтерергә кәрәк өлкәләр һәм йүнәлештәр бар, - тине республика етәксеһе. - Һеҙ яуаплы, ҡатмарлы участкаларҙа эшләйәсәкһегеҙ. Һеҙҙе был эшкә тулыһынса бирелеп эшләргә саҡырам. Парламентта эш – бик ҡатмарлы, яуаплы. Уның һөҙөмтәһенән республикабыҙ именлеге тора.
http://www.bashinform.ru/news/1219990-rustem-khamitov-vstretilsya-s-rukovodstvom-komitetov-gossobraniya-kurultaya-bashkortostana/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика