Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Октябрь 2018, 14:02

Рәсәйҙә пенсияға сығыу йәшен арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйылды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының пенсиялар тәғәйенләү һәм түләү мәсьәләләре буйынса айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы федераль законға ҡул ҡуйҙы. Ошо хаҡта мәғлүмәт шаршамбы kremlin.ru сайтында баҫылып сыҡты. Пенсия ҡануниәтендәге үҙгәрештәр тураһында документ 2019 йылдың 1 ғинуарында үҙ көсөнә инер тип күҙаллана.
Хәҙер хаҡлы ялға сығыу йәше ҡатын-ҡыҙҙарға — 60, ир-егеттәргә 65 йәшкә тиклем арттырылды. Документты 27 сентябрҙә Дәүләт Думаһы ҡабул итте, 3 октябрҙә уны Федерация Советы хупланы.
Бынан алда Владимир Путин ил халҡына телемөрәжәғәт менән сығыш яһаны һәм пенсия йәшен күтәреү пенсия системаһының тотороҡлоғон тәьмин итеү өсөн кәрәклеген билдәләне. Шуның менән бергә дәүләт башлығы хөкүмәт индергән закон проектын йомшартырға — ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсия йәшен 63 йәшкә тиклем түгел, ә 60-ҡа ҡәҙәр генә арттырырға, шулай уҡ пенсия алды йәшендәге граждандарҙы социаль яҡлау сараларын индерергә тәҡдим итте.
Атап әйткәндә, 2019 йылдың 1 ғинуарынан уларға эшһеҙлек буйынса пособиены арттырырға (4 мең 900 һумдан 11 мең 280 һумға тиклем) һәм уларҙы эштән бушатҡан өсөн яуаплылыҡ индерергә. Бынан тыш, президент күп балалы әсәләрҙе ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығарырға (өс бала менән — 57 йәштә, дүрт бала менән — 56, ә биш һәм унан күберәк икән, 55 йәштә); пенсияға ваҡытынан алда сығырға хоҡуҡ биргән стажды кәметергә (ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 37 йылға тиклем һәм ир-егеттәр өсөн 42 йылға ҡәҙәр); ауылдағы эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһына 25 процентлыҡ өҫтәмә түләргә; ҡартлыҡ буйынса пенсияларҙы индексацияларға (2019-2024 йылдарҙа йыл һайын һәм 2024 йылдан һуң йылына ике тапҡыр) тәҡдим итте.
Башҡортостанда 7 сентябрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында» Башҡортостан Республикаһы законына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы законға ҡул ҡуйҙы. Бынан алда социаль ярҙам саралары граждандар пенсияға сыҡҡандан һуң күрһәтелә ине. Закондың яңы редакцияһы йәш критерийҙарын һаҡлауҙы күҙ уңында тота. 55 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙ һәм 60 йәштән өлкән ир-ат, пенсияға сығыу-сыҡмауға ҡара­маҫ­тан, түбәндәге льготалар менән файҙалана:
– хеҙмәт ветерандарына торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсация;
– хеҙмәт ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләүҙәр;
– оҙайлы хеҙмәт стажы булған ветерандарға айлыҡ аҡсалата түләүҙәр;
– маҡтаулы исемдәре һәм айырыуса ҡаҙаныштары булған ветерандарҙың пенсияһына өҫтәмә түләүҙәр.
Закон Башҡортостан Республикаһы бюджеты аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1220039-v-rossii-podpisan-zakon-o-povyshenii-vozrasta-vykhoda-na-pensiyu/
Читайте нас: