12:19 (UTC+5), 03 Октября 2018

Ирек Ялалов рәсми рәүештә Башҡортостандан сенатор булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө хакимиәтенең элекке башлығы Ирек Ялалов рәсми рәүештә Башҡортостандан сенатор булды. Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко уға Федераль Йыйылыштың юғары палатаһының 443-сө ултырышында Федерация Советы ағзаһы танытмаһын тапшырҙы.
Ирек Ялалов ағымдағы йылдың сентябрендә республиканан Федерация Советының бынан алдағы ағзаһы Рафаил Зинуровтың биш йыллыҡ ваҡыты тамамланғандан һуң эш башлаған ике сенаторҙың береһе булды. Ул халыҡ-ара эштәр буйынса комитетта тора ине.
Сентябрҙә үткән һайлау йомғаҡтары буйынса билдәләнгән «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Ирек Ялаловтың кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары хупланы. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең элекке башлығының ниндәй комитетта эшләйәсәге әлегә хәбәр ителмәй. Был федератив ҡоролош, төбәк сәйәсәте, урындағы үҙидара комитеты булыр, моғайын. Сөнки унда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса ярҙамсы комитет бар.
Федерация Советында Башҡортостандан Лилиә Ғүмәрова ла эшләүен дауам итә. Ул фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй. Уның вәкәләттәре 2019 йылдың сентябрендә тамамлана.
http://www.bashinform.ru/news/1219945-irek-yalalov-ofitsialno-stal-senatorom-ot-bashkirii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика