Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Октябрь 2018, 16:29
Республикала финанс һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрҙары вазифаларын ваҡытлыса башҡарыусылар тәғәйенләнде
glavarb.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә ике министрлыҡта кадрҙар үҙгәреше хаҡында белдерҙе. Финанс министры вазифаһын башҡарыусы итеп Лира Игтисамова тәғәйенләнде. Быға тиклем ул ведомство башлығы урынбаҫары вазифаһын биләне.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынында ваҡытлыса Владислав Туманин эшләй. Бынан алда министрҙың беренсе урынбаҫары ине.
Үрҙә әйтеп үтелгән ведомстволарҙың элекке министрҙары Рида Собханҡолова менән Сергей Афонин Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға эшкә күсте.
http://www.bashinform.ru/news/1218737-v-bashkirii-naznacheny-ispolnyayushchie-obyazannosti-ministrov-finansov-i-zhkkh/
Теги:
башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы
башҡортостан республикаһы дәүләт йыйылышы
Читайте нас: