10:08 (UTC+5), 01 Октябрь 2018

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының дүрт комитетын элекке министрҙар етәкләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Республика Башлығы Указы менән дүрт элекке министр алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа яңы вазифаларға тәғәйенләнде. Был турала Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының элекке урынбаҫары Николай Хорошилов республика парламентының торлаҡ сәйәсәте һәм инфрасруктура үҫеше буйынса комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде; элекке торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин Дәүләт Йыйылышының тышҡы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү комитеты рәйесе вазифаһын биләне. Быға тиклем Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығын етәкләгән Андрей Иванюта мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары вазифаһын алды.
Башҡортостандың элекке финанс министры Рида Собханҡолова бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитетты етәкләй. Хәлил Рәхимов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп һайланғас, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты рәйесе итеп һайланды.
«Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы һигеҙ комитеттың дүртәүһен Хөкүмәттәге коллегаларыбыҙ етәкләй. Улар һуңғы йылдарҙа һеҙҙең менән бергәләп тормошҡа ашырған сәйәсәтте алып барыр тип ышанам», — тип билдәләне төбәк Башлығы.
Рөстәм Хәмитов Указдары менән Фәнзил Сыңғыҙов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары һәм Руслан Хәбибов республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры итеп тәғәйенләнде.
http://www.bashinform.ru/news/1218632-chetyre-komiteta-gossobraniya-bashkirii-vozglavili-byvshie-ministry/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика