15:30 (UTC+5), 28 Сентября 2018

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы комитеттары алдында торған бурыстарҙы билдәләне

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика парламенты комитеттарына закон проекттарын һәм инициативаларҙы сифатлы итеп эшләү өсөн айырым яуаплылыҡ йөкмәтелә. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе ултырышында белдерҙе.
Алдағы йылдарға эштең өҫтөнлөктәре Рәсәй Президентының яңы май Указында билдәләнгән милли маҡсаттар һәм бурыстар, шулай уҡ 2030 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы менән билдәләнгән.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының профилле комитеттары алдында торған төп бурыстарҙы билдәләне.
Атап әйткәндә, республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеттан дәүләт власы органдары, граждандар хеҙмәте, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ҡануниәттең артабанғы үҫешен көтәләр.
- Бергәләп коррупцияға ҡаршы сәйәсәтте камиллаштырырға кәрәк. Шулай уҡ башҡарма власть органдары эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу, уларҙың структураларын оптималләштереү буйынса кәңәштәргә иҫәп тотабыҙ, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитетҡа муниципаль берәмектәрҙе үҫтереү, урындағы бюджеттарҙы нығытыу, урындарҙа реаль халыҡ власы инструменттарын камиллаштырыу, власть һәм йәмғиәт диалогы, коммерцияға ҡарамаған секторға булышлыҡ итеү буйынса «тәьҫирле ҡануни саралар» ҡабул итеү тора.
Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитет йыл һайын сираттағы финанс йылға һәм пландағы осорға республика бюджеты проекты өҫтөндә эшләй, уның буйынса асыҡ тыңлауҙар уҙғара.
- Шунда уҡ әйтәм, киләһе йылға республика Хөкүмәте бюджетта социаль сығымдарға етди үҫеш, шулай уҡ Республика адреслы инвестиция программаһы йүнәлеше буйынса проекттарҙы финанслау планлаштырған. Башҡортостанда социаль өлкәгә һәм уны үҫтереү программаһына ошондай көслө, ҙур өҫтәүҙәр әлегә тиклем булманы. Пландарыбыҙҙы, бюджет аҡсаларын тотоноуҙа өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе хупларһығыҙ тип иҫәп тотам, - тине Рөстәм Хәмитов. - Комитет ағзаларының тәжрибәһе һәм һөнәри оҫталығы беҙгә, шул иҫәптән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, инвесторҙар, муниципаль берәмектәр мәнфәғәте ҡарашынан, һалым сәйәсәтен камиллаштырыу өлкәһендә алға китергә ярҙам итер тип ышанабыҙ.
Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет ғилми-техник өлкәне, дәүләт-шәхси партнерлыҡты, туристик эшмәкәрлекте ҡануни дәртләндереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына булышлыҡ итеү буйынса эште дауам итә. Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш буйынса комитетҡа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш, шул иҫәптән алданған өлөшсөләр проблемалары менән бәйле һорауҙарҙы хәл итеү тора.
Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет агросәнәғәт комплексын яңыса ҡороу, тармаҡты һанлаштырыу, уның экспорт мөмкинлеген нығытыу, кооператив һәм фермер хәрәкәтен киңәйтеү, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеген арттырыу буйынса эште дауам итә.
Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет алдында етди бурыстар тора: мәғариф системаһын үҫтереү, шул иҫәптән уның һанлы өлөшөн, йәштәр, мәҙәниәт сәйәсәтен камиллаштырыу, тағы ла күберәк граждандарҙы күмәк спортҡа һәм физик культураға йәлеп итеү.
- Һуңғы йылдар дауамында беҙ медицина учреждениеларының эшен ҡайтанан сифатлы итеп көйләүгә, күп кенә ауырыуҙарҙан үлемде кәметеүгә өлгәштек. Иң мөһиме – ғүмер оҙонлоғо арта. Йыш ҡына парктарҙа, спорт залдарында йәштәрҙе генә түгел, әүҙем оло йәштәге кешеләрҙе күрәбеҙ. Ул, әлбиттә, ҡыуандыра, сәйәсәтебеҙҙең дөрөҫлөгөндә ышанысты нығыта. Әммә был өлкәлә проблемалар ҙа етерлек. Яҡындағы алты йыл дауамында граждандарҙың реаль табышында тотороҡло үҫешкә, фәҡирлекте икеләтә кәметеүгә, халыҡ иҫәбенең тәбиғи үҫеше тенденцияһын нығытыуға ирешергә кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ошо һәм башҡа бурыстарға төплө тотонор тип иҫәпләйем, - тип айырып әйтте Башҡортостан Башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алтынсы саҡырылыш республика парламентында һигеҙ даими комитет булдырылды. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышына комитет рәйестәре һәм уларҙың урынбаҫарҙары һайланды.
http://www.bashinform.ru/news/1217975-rustem-khamitov-oboznachil-zadachi-stoyashchie-pered-komitetami-gossobraniya-bashkortostana/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика