13:35 (UTC+5), 28 Сентября 2018

Константин Толкачев: «Иҡтисадты үҫтереү өсөн хоҡуҡи база булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ»

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Яңы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы эшендә өҫтөнлөклө эшмәкәрлек йүнәлештәре иҫәбендә республика парламенты спикеры Константин Толкачев Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеүҙе атаны.
«Улар байтаҡ йүнәлештәргә арналған, әммә иң мөһиме – ул иҡтисади мәсьәләләр, иртәгәге көндә алға китеште тәьмин итәсәк технологиялар булдырыу. Дәүләт Йыйылышы республикала иҡтисад, эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн юридик йәһәттән бик яҡшы шарттар барлыҡҡа килһен өсөн кәрәкле хоҡуҡи база булдырыу өҫтәндә эшләй», - тип билдәләне йәнә һайланған Дәүләт Йыйылышы рәйесе.
«Хәҙерге депутаттар корпусындағы ошондай яңырыу төбәк парламенттарының береһендә лә булмағындыр, - тип өҫтәне Константин Толкачев. - Ул 68 процентҡа яңырҙы – элекке саҡырылыштан 110 депутаттың 35-е ҡалды. Депутаттар корпусы – һайлаусылар һайлауҙарға барған өмөттәрҙе тормошҡа ашырыу киҫелеше, шул рәүешле, беҙ һайлаусылар үҙ иткән ошо состав менән эшләйбеҙ. Һәр депутаттың тәжрибәһен, белемен Дәүләт Йыйылышының дөйөм эше мәнфәғәтендә ҡулланабыҙ».
http://www.bashinform.ru/news/1217982-konstantin-tolkachev-budem-rabotat-nad-sozdaniem-pravovoy-bazy-dlya-razvitiya-ekonomiki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика