09:48 (UTC+5), 28 Сентября 2018

Ирек Ялалов Башҡортостан парламентынан Федерация Советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ирек Ялалов Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы итеп тәғәйенләнде. Тейешле ҡарар республика парламенты ултырышының беренсе яңы саҡырылышында күпселек тауыш менән ҡабул ителде.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, Дәүләт Йыйылышы депутаты Ирек Ялаловтың кандидатураһы «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Генераль Советы Президиумы ҡарары һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы тәҡдиме буйынса Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 95-се статьяһына һәм «Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советын формалаштырыу тәртибе тураһында» федераль закондың 3-сө статьяһына ярашлы фекер алышыуға сығарылды, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев. Кандидатура күпселек тауыш менән хупланды.
Константин Толкачев Ирек Ялаловты вәкәләттәргә эйә булыуы менән ҡотлап, Башҡортостан һәм тотош Рәсәй мәнфәғәте өсөн уңышлы эшләүен теләне.
http://www.bashinform.ru/news/1217803-chlenom-soveta-federatsii-ot-parlamenta-bashkirii-naznachen-irek-yalalov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика