06:11 (UTC+5), 28 Сентября 2018

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе итеп йәнә Константин Толкачев һайланды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Константин Толкачев республиканың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе итеп раҫланды. Ҡарар бөгөн Өфөлә парламенттың тәүге пленар ултырышында ҡабул ителде.
Уҙған саҡырылышта мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт комитетын етәкләгән Эльвира Айытҡолова, шулай уҡ республика Башлығының элекке ярҙамсыһы Рөстәм Ишмөхәмәтов рәйес урынбаҫарҙары вазифаһын алды. Төп эшмәкәрлегенән айырылмайынса вәкәләттәрен тормошҡа ашырған рәйес урынбаҫары итеп Вадим Старов һайланды.
Бөгөн депутаттар комитет рәйестәрен һәм уларҙың урынбаҫарҙарын да һайларға тейеш. Бынан тыш, Дәүләт Йыйылышының 2018 йылдың көҙгө сессияһына эшенең яҡынса закон проекттары программаһы раҫлана.
http://www.bashinform.ru/news/1217707-predsedatelem-gossobraniya-bashkirii-vnov-izbran-konstantin-tolkachev-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика