09:46 (UTC+5), 28 Сентябрь 2018

Башҡортостан Башлығы мандаты Бәләбәй депутаты Марат Шафиҡовҡа тапшырылды

deputat.openrepublic.ru
deputat.openrepublic.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе күрһәткән кандидаттар исемлегенән үҙенең депутатлыҡ мандатын Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутатлыҡҡа теркәлгән кандидат Шафиҡов Марат Рәшит улына тапшырҙы, тиелә төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарында.
Марат Шафиҡов 1970 йылдың майында тыуған. Һамар дәүләт архитектура-төҙөлөш академияһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Белебеевскагропромэнерго» предприятиеһында электромонтер булып башлай. Бәләбәй ҡалаһының 17-се мәктәбендә физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы, Бәләбәй ит комбинатында директор урынбаҫары, Приют ҡасабаһында баҙар директоры була. Әлеге ваҡытта Бәләбәй ҡалаһында «Меркурий» муниципаль унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары – күсемһеҙ милекте ҡуртымға биреү менән шөғөлләнә, Приют ҡасаба Советы депутаты.
http://www.bashinform.ru/news/1217458-mandat-glavy-bashkirii-peredan-deputatu-iz-belebeya-maratu-shafikovu-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика