03:00 (UTC+5), 27 Сентября 2018

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын уҙғарҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 26 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын уҙғарҙы. Ул төбәктә миграция хәлен ҡарауға, республикала 2025 йылға тиклемге осорға Сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыу стратегияһын һәм «Башҡортостан Республикаһы киң коммуникациялар сараларын үҫтереү» дәүләт программаһын тикшереүгә арналды.
Башҡортостанға халыҡтың миграция артымына ирешеү мөһим, тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.
- Ете ай йомғаҡтары буйынса миграцияның ҙур булмаһа ла кәмеүе һаҡлана – яҡынса 10 мең халыҡҡа туғыҙ кеше. Ә беҙҙә маҡсатлы күрһәткес – бер аҙ плюста булыу. Артым яҡынса 10 мең халыҡҡа дүрт кеше тәшкил итергә тейеш, - тине төбәк етәксеһе.
Йәмғиәттә сәләмәт йәшәү рәүешенә, физкультура, спорт менән шөғөлләнеүгә ихтыяж төп ыңғай тенденцияларҙың береһе булып тора, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. Республикала секцияларға һәм спорт залдарына йөрөүселәр өлөшө 37 процентҡа тиклем артҡан. 2025 йылға был күрһәткес 55-57 процентҡа етер тип күҙаллана.
Рөстәм Хәмитов материалдар әҙерләүҙең ҡәнәғәтләнерлек булмауын, тәрән анализ юҡлығын, был темаларға алымдарҙың өҫтән-мөҫтән генә булыуын билдәләне. Ике мәсьәлә лә эшләп бөтөргә йүнәлтелде.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов төбәктең киң коммуникация сараларын үҫтереү буйынса дәүләт программаһын тәҡдим итте. Ул алдан хуплау тапты.
- Массмедиа, социаль селтәрҙәр, электрон майҙансыҡтар – һуңғы йылдарҙа бөтә граждандар йәмғиәте, власть, бизнес институттарының төп эш итеү сараһы ул, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. - Әлбиттә, йәмғиәт власть структуралары менән туранан-тура аралашыу, үҙ фекерен, хәстәрлеген, һорауҙарын еткерә алыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш кеүек, власть халыҡ менән киң мәғлүмәт саралары ярҙамында асыҡ, аңлайышлы итеп аралаша белергә тейеш. Был бәйләнеш даими булырға, көсһөҙләнмәҫкә тейеш. Ә киң мәғлүмәт сараларына ысын сығанаҡтар һәм йәмәғәт фекере трансляторҙары булыу зарур.
http://www.bashinform.ru/news/1216911-rustem-khamitov-provyel-zasedanie-pravitelstva-bashkortostana/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика