08:02 (UTC+5), 27 Сентября 2018

Баш ҡала мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Салауат Хөсәйеновҡа йөкмәтелде

Өфө ҡалаһы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфө ҡала Советы депутаттары Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың отставкаһын ҡабул итте. Өфө мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов тәғәйенләнде. Дүртенсе саҡырылыш ҡала округы Советының 27 сентябрҙәге ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 22 сентябрҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы ултырышында Өфө мэры Ирек Ялаловтың кандидатураһын Федерация Советына индерергә тәҡдим ителде.
Ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов Ирек Ялалов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының депутат корпусы, шулай уҡ төбәктә йәшәүселәр мәнфәғәттәрен лайыҡлы күрһәтер тигән ышаныс белдерҙе.
Хөсәйенов Салауат Сәхи улы 1964 йылдың 10 мартында Миәкә районының Елдәр ауылында тыуған. Мәскәү технология инситутының Өфө филиалын тамамлаған, инженер-механик.
2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
http://www.bashinform.ru/news/1217164-vremennoe-ispolnenie-obyazannostey-mera-ufy-vozlozheno-na-salavata-khusainova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика