03:30 (UTC+5), 26 Сентябрь 2018

Рөстәм Хәмитов Вьетнамдың Бариа-Вунгтау провинцияһы делегацияһы менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 25 сентябрҙә республика Хөкүмәте Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Вьетнам Коммунистик партияһы Үҙәк комитеты ағзаһы, Вьетнамдың Бариа-Вунгтау провинцияһы Халыҡ советы рәйесе Нгуен Хонг Линь етәкләгән делегация менән осрашты. Яҡтар киләсәктә сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, ғилми һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте өйрәнде.
- Төбәктәребеҙ араһында хеҙмәттәшлек тығыҙая һәм даими була бара, - тине Рөстәм Хәмитов. - Бөгөн инвестиция, ғилми, белем биреү өлкәләрендә тығыҙ эш алып барабыҙ.
Республика Башлығы киләһе, 2019 йыл, Рәсәйҙә Вьетнам һәм Вьетнамда Рәсәй йылы тип иғлан ителеүен хәтергә төшөрҙө. Программа сиктәрендә киң мәҙәни программа күҙалланған. Атап әйткәндә, Башҡортостан Вьетнамда, шул иҫәптән Бариа-Вунгтау провинцияһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле гастролдәрен уҙғарырға тәҡдим итә.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан һәм Бариа-Вунгтау араһында сауҙаны һәм инвестиция хеҙмәттәшлеген үҫтерергә саҡырҙы.
- Беҙҙең республика – Рәсәйҙең алдынғы нефть химияһы сәнәғәте үҙәктәренең береһе, - тине Башҡортостан Башлығы. - Беҙ Вьетнамға химия сәнәғәте продукцияһын һәм нефть продукттарын сығарабыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең республика машина эшләү буйынса алған киткән. Беҙ Вьетнамды автобустар, вертолеттар, төҙөлөш техникаһы, нефть-газ ҡорамалдары менән тәьмин итергә әҙер. Ҡорамалдар етештереүҙең бер өлөшөн тура Бариа-Вунгтау провинцияһында ойоштороу мөмкинлеген ҡарарға була.
Ике төбәккә берләштерелгән предприятиелар төҙөү йәһәтенән эште көсәйтергә кәрәк, тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов. Бынан тыш, бизнес алып барыу менән бәйле хоҡуҡи мәсьәләләрҙе аһәңләштереү юҫығында эшләргә кәрәк. Ватандаштарына республика биләмәһендә үҙ эшмәкәрлеген ойошторорға Башҡортостан биләмәһендә йәшәүсе Вьетнам диаспораһы вәкилдәре ярҙам итә алыр ине.
Нгуен Хонг Линь Бариа-Вунгтау провинцияһы етәкселеге Башҡортостан менән нефть-газ тармағында, машина эшләү, транспорт, ауыл хужалығы, туризм, мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне.
- Өфөлә 1,5 кеше иҫәпләнгән Вьетнам диаспораһы һәм Бариа-Вунгтауҙа 3 меңдән ашыу кеше иҫәпләнгән Рәсәй диаспораһы – ике яҡлы мөнәсәбәттәр, беҙҙең бөтә өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек өсөн яҡшы мөмкинлек, - тине Нгуен Хонг Линь. - Мәҙәни һәм иҡтисади бәйләнештәр, ике төбәк халҡы араһында мөнәсәбәттәр үҫешһен өсөн йыл һайын Башҡортостандан Бариа-Вунгтауға һәм кирегә тағы ла күберәк делегациялар килһен ине.
- Эшмәкәрлегебеҙҙә йүнәлештәр бик күп. Тырышып эшләрбеҙ. Вьетнам ысынлап та илебеҙ өсөн бик яҡын, - тип йомғаҡланы Башҡортостан Башлығы. - Хеҙмәттәшлегебеҙҙе артабан да нығыта алырбыҙ тип ышанам. Беҙгә әүҙем эшләргә кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1216231-rustem-khamitov-vstretilsya-s-delegatsiey-vetnamskoy-provintsii-baria-vungtau/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика