12:10 (UTC+5), 25 Сентября 2018

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына үткән партиялар үҙ фракцияһын булдырҙы

«Берҙәм Рәсәй» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә, 24 сентябрҙә, алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы — Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай депутаттары кәңәшмәһендә һәр партия ағзалары үҙ фракцияһын булдырҙы. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы етәксеһе итеп Рөстәм Ишмөхәмәтов һайланды, ЛДПР фракцияһын — Вячеслав Рябов, КПРФ фракцияһын — КПРФ партияһының Башҡортостан республика комитетының беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин, «Ғәҙел Рәсәй» фракцияһын партияның Башҡортостандағы лидеры Юрий Игнатьев етәкләй, тип хәбәр иттеләр партияларҙың төбәк бүлексәләрендә.
«Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса «Берҙәм Рәсәй» — 79, КПРФ — 15, ЛДПР — 7, «Ғәҙел Рәсәй» — 5, «Рәсәй патриоттары» — 2, «Йәшелдәр» 1 мандат алды һәм бер мандат үҙ-үҙен тәҡдим иткән кандидатта. Парламенттың яңы составына бишенсе саҡырылышҡа ҡарағанда тағы ла күберәк күп партиялылыҡ шарттарында эшләү бурысы тора. Бөтә партия вәкилдәренең дә фекерен иҫәпкә алырға кәрәк. Яңынан һайланған Дәүләт Йыйылышының депутат корпусы күсәгилешлелек принциптарына таянып, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе арттырыр тип ышанам», — тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Республикаһы — Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Кисә шулай уҡ алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышын әҙерләү буйынса кәңәшмә уҙҙы.
«Комитеттың тәүге ултырышында повестканы билдәләү күҙ уңында тотола. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышын формалаштырған бик күп органдар һайлау бурысы тора. Дәүләт Йыйылышы кимәлендә, айырым комитеттарҙың эшмәкәрлеге барышында идара итеү тәьҫирен тәьмин итеү өсөн тәҡдим ителергә тейешле персоналийҙарҙы билдәләүгә бәйле мәсьәләләр күп. Эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәре буйынса комиссиялар булдырыла — улар беҙҙә етәү. Улар комитеттарҙан айырмалы рәүештә, закон сығарыу башланғысы хоҡуғына эйә түгел. Комиссиялар Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының ағымдағы эшен тәьмин итеүҙә үҙ предметтарына ярашлы эш менән шөғөлләнә. Улар бөтә саҡырылыш буйына даими нигеҙҙә эшләй», — тип аңлатма бирҙе Константин Толкачев.
Быйыл республика парламенты һиҙелерлек яңырҙы. Бынан алдағы составтан 35 депутат ҡына ҡалды, 75 кеше тәүгә һайланды. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны артты — хәҙер улар 18 кеше. Йәштәр ҙә күп — депутаттарҙың яртыһынан ашыуы 50 йәшкә тиклемгеләр.
http://www.bashinform.ru/news/1215846-proshedshie-v-gossobranie-bashkirii-partii-obrazovali-svoi-fraktsii-/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика