04:40 (UTC+5), 25 Сентября 2018

Башҡортостанға Вьетнамдың рәсми делегацияһы килде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанға Вьетнам Социалистик Республикаһы Бария-Вунгтау провинцияһының рәсми делегацияһы килде. Республика Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Владивостокта Көнсығыш иҡтисади форумында Башҡортостандың Азияға, атап әйткәндә, Вьетнамға ауыл хужалығы продукцияһын оҙатыуҙы яйға һалыу пландары хаҡында белдергәйне. Вьетнам вәкилдәренең сәфәре төбәк-ара хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү менән бәйле.
Делегация составында — эшлекле даирә вәкилдәре һәм парламентарийҙар. Уны Вьетнам Коммунистар партияһының үҙәк комитеты ағзаһы, Вьетнам Коммунистар партияһы комитеты секретары, Бария-Вунгтау провинцияһының Халыҡ советы рәйесе Нгуен Хонг Линь етәкләй. Өфөгә шулай уҡ Вьетнамдың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Нго Дык Мань килде.
Ике көнлөк сәфәрҙең программаһын республика етәкселеге менән осрашыу аса. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың һәм алтынсы саҡырылыш республика парламенты фракциялары етәкселәренең Вьетнам Социалистик Республикаһының Бария-Вунгтау провинцияһы делегацияһы менән аралашыуы ҡаралған.
25 сентябрҙә көндөң икенсе яртыһында Өфө дәүләт нефть техник университеты етәкселеге һәм Вьетнам студенттары менән осрашыу була. Унда ҡунаҡтар Башҡортостан-Вьетнам дуҫлыҡ ойошмаһының эшмәкәрлеге менән таныша.
Шаршамбы делегация төбәктең башҡарма власть органдары етәкселәре менән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша. Сәфәрҙең мәҙәни программаһы сиктәрендә ҡунаҡтар Салауат Юлаев һәйкәленә, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Археология һәм этнография музейына бара. Һуңынан Вьетнам диаспораһы вәкилдәре менән аралашыу ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1215828-v-bashkiriyu-pribyla-ofitsialnaya-delegatsiya-vetnama/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика