05:55 (UTC+5), 21 Сентября 2018

Айгөл Гәрәева: «Халыҡ һайланыусыһы булараҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмалар мәнфәғәтен яҡларға ниәтләнәм»

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 9 сентябрҙәге һайлау йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының яңы составына йәмәғәтсе Айгөл Гәрәева килде. 2010 йылдан ул «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фондын етәкләй.
«Беҙ агитация осоронда Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Архангел райондары халҡы менән 100-гә яҡын осрашыу ойошторҙоҡ. Бер нисә тиҫтә ауылда булдым, меңләгән кеше менән һөйләштем. Халыҡтың ҡайҙа, ниндәй мәсьәләләре барлығын һәм, әгәр мин һайлауҙан үтһәм һәм депутат булһам, ниндәй саралар ҡабул итергә кәрәклеген аңлау минең бурысым булды, - тип һөйләне Айгөл Гәрәева. - Һорауҙарҙың яртыһынан күберәген йыл дауамында хәл итә алырбыҙ тип әйтә алам. Халыҡҡа ышаныс белдергәндәре өсөн, һис шикһеҙ, рәхмәтлемен, ғәйәт ҙур яуаплылыҡ тоям, социаль мәсьәләләрҙе һәм балалыҡ буйынса мәсьәләләрҙе системалы яҡшыртыуҙа ҡатнашыу мөмкинлеген аңлайым. Артабанғы эшмәкәрлегемдә социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү менән Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитетта шөғөлләнермен тип ышанам. Әле беҙ өсөнсө сектор үҫеше, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәүләт хеҙмәттәре баҙарына асыҡ юлды лайыҡлы файҙаланһын өсөн коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү менән бик ҡыҙыҡһынабыҙ. Был йәһәттән һуңғы өс йыл дауамында коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән бик тығыҙ эш алып барған фонд ҡарамағындағы беҙҙең ресурс үҙәгенең эше өлгө булып тора. Йыл һайын 100-гә яҡын ойошманы уҡытабыҙ. Һөҙөмтә лә бар – Президент грантына һуңғы конкурста Башҡортостан ғаризалар һаны буйынса икенсе урында. Был шул иҫәптән беҙҙең дә ҡаҙаныш».
http://www.bashinform.ru/news/1214024-aygul-gareeva-v-kachestve-narodnogo-izbrannika-planiruyu-otstaivat-interesy-tretego-sek/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика