10:19 (UTC+5), 19 Сентября 2018

Рөстәм Хәмитов Республика көнөн билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүҙең 28 йыллығы уңайынан төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылда Республика көнөн байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Указ менән байрамға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составы раҫланды, уға тейешле саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылды.
Район һәм ҡала округтары хакимиәттәренә учреждениеларҙы, урамдарҙы, майҙандарҙы, йәмәғәт биналарын һәм торлаҡ кварталдарҙы дәүләт символикалары менән биҙәргә, октябрҙә Республика көнөнә арналған тантаналы саралар үткәрергә, шулай уҡ байрам уңайынан мәҙәни, спорт саралары һәм йәрминкәләр ойошторорға тәҡдим ителде.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына байрам саралары ваҡытында йәмәғәт тәртибен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ҡушылды.
http://www.bashinform.ru/news/1213247-rustem-khamitov-podpisal-ukaz-o-prazdnovanii-dnya-respubliki/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика