09:05 (UTC+5), 19 Сентябрь 2018

Ирек Ялалов Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырып китә

Дарья Антонова © ИА REGNUM
Дарья Антонова © ИА REGNUM
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Федерация Советына эшкә күсеү менән бәйле эштән китеү тураһында ғариза яҙған. Ошо хаҡта ТАСС агенлығы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовҡа һылтанып хәбәр итә.
Эштән китеү процедураһы яҡынса ике аҙна дауам итә. Алмашҡа дәғүәселәр әлегә әйтелмәй. Вазифаға конкурс ун көн үткәс башлана һәм 26-27 сентябрҙә уҙа.
Өфө ҡала Советының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, 17 сентябрҙә Советҡа ысынлап та Ирек Ялаловтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ғариза килгән. Ғаризаны депутаттар ҡала Советының 27 сентябрҙә үтәсәк сираттағы ултырышында ҡарай.
Ирек Ялалов Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын 2011 йылдың аҙағынан алып биләне.
http://www.bashinform.ru/news/1212910-irek-yalalov-pokidaet-post-mera-ufy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика