11:50 (UTC+5), 18 Сентября 2018

Яңы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышы 28 сентябрҙә уҙа

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә Башҡортостан Республикаһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың тәүге ултырышы 28 сентябрҙә уҙа. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле Указға ҡул ҡуйҙы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау уҙҙы.
9 сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә 22 һайлау кампанияһы үтте. 147 мандат алмаштырылды.
Алты партия вәкилдәре Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары мандатын алды. «Берҙәм Рәсәй» — 79, «КПРФ» — 15, ЛДПР — 7, «Ғәҙел Рәсәй» — 5, «Рәсәй патриоттары» — 2, «Йәшелдәр» — 1. Төбәк парламентына Сәнәғәт округынан үҙ-үҙен күрһәткән Айрат Кәримов үтте.
«Республика Конституцияһына ярашлы, «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында» законы менән парламенттың яңы составының беренсе ултырышы һайланғандан һуң 30-сы көнгә йыйыла, ләкин республика Башлығы үҙенең уны ваҡытынан алда йыйыу хоҡуғынан файҙаланды, – тине парламент рәйесе Константин Толкачев. – Тәүге ултырышҡа тәү сиратта ойоштороу мәсьәләләре сығарыла. Парламент Рәйесен, уның урынбаҫарҙарын һайлау, идара итеү предметтарын, исемдәрен, һанын, даими комитеттарҙың составын билдәләү бурысы тора. Дәүләт Йыйылышының структураһына бәйле мәсьәләләр ни тиклем алдараҡ хәл ителә, депутаттарҙың яңы саҡырылышы шунса тиҙерәк тулы ҡеүәттә эш башлай. Тормош урынында тормай, республика өсөн байтаҡ мөһим закон сығарыу ҡарарҙарын ҡабул итергә кәрәк. Шуға күрә беренсе ултырыштан һуң күп тә тормай икенсеһе үткәрелер, моғайын».
Беренсе пленар ултырыштан һуң, «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында» Законына ярашлы, парламенттың элекке саҡырылышының вәкәләттәре ваҡыты тамамлана һәм яңы саҡырылыш эшләй башлай. Шуға тиклем бишенсе саҡырылыш эшен дауам итә, уның структураһы һәм етәксе органдары һаҡлана, тип билдәләнеләр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1212696-pervoe-zasedanie-gossobraniya-bashkirii-novogo-sozyva-sostoitsya-28-sentyabrya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика