10:00 (UTC+5), 14 Сентябрь 2018

Республика Хөкүмәтендә күп балалы әсәләр бүләкләнде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» дәүләт миҙалын тапшырыуҙың сираттағы тантанаһы уҙҙы. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән 45 күп балалы әсә юғары наградаға лайыҡ булды. Улар араһында — мәғариф, мәҙәниәт, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, һатыусылар һәм хужабикәләр.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова йыйылыусыларҙы ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы. Ул Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән әсәләргә илебеҙҙең буласаҡ граждандарын тәрбиәләүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе, улар шул рәүешле республиканың ғаилә институтын нығыта, һәм һәммәһенә изгелек, һаулыҡ теләне.
«Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ, ысынында һеҙ — героинялар. Республикабыҙҙа 46 мең самаһы күп балалы ғаилә йәшәй, шуларҙан 7700 әсә «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған. Һеҙ — киләсәк быуын өсөн өлгө, — тип билдәләне министр. — Дәүләт әсәләргә булышлыҡ күрһәтеүҙе артабан да дауам итер: йыл һайын социаль ярҙам саралары арттырыла, йәштәр өсөн тәүге бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Ғаиләләрҙә балаларҙың күп булыуы мөһим. Был награда, «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы кеүек үк, 20 йылдан кәм булмаған хеҙмәт (страховка) стажына эйә ҡатын-ҡыҙҙарға хеҙмәт ветераны исемен алырға хоҡуҡ бирә. Яңыраҡ дәүләт башлығы пенсия реформаһын йомшартыу тураһында әйтте. Шуныһы ҡыуаныслы: биш бала тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙарҙың 50 йәштән пенсияға сығыу хоҡуғы һаҡлана. Һеҙ бының менән файҙаланырһығыҙ, сөнки шуға лайыҡһығыҙ».
Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылған. Награда аҡсалата премия менән бергә биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1211087-v-pravitelstve-bashkortostana-nagradili-mnogodetnykh-materey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика