07:32 (UTC+5), 14 Сентября 2018

Игорь Комаров Волга буйы федераль округы төбәктәренең милли проекттарҙың маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшеүгә әҙерлеген тикшерә

Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 7 майындағы «2024 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында»ғы Указында билдәләнгән илдең иҡтисади һәм социаль өлкәһен үҫтереүҙең төп өҫтөнлөктәрен үтәү өсөн төбәк кимәлендә етди ойоштороу һәм йөкмәткеле эш башҡарылырға тейеш. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров округ төбәктәренең баш федераль инспекторҙары менән эш осрашыуында ошо хаҡта белдерҙе. Тулы хоҡуҡлы вәкил һүҙҙәренсә, төбәктәргә эш сәфәрҙәре барышында ул мөһим мәсьәләләрҙең береһен: дәүләт власының төбәк органдарының Рәсәй Федерацияһы Президенты Указының положениеларын тормошҡа ашырыуға һәм федераль милли проекттарҙың маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшеүен тәьмин итеүгә әҙерлеген тикшерергә ниәтләй.
Граждандарҙың социаль хәленә бәйле өҫтөнлөклө йүнәлештәргә, шулай уҡ төбәктәр иҡтисадына: һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ төҙөлөшө һәм ҡала мөхитенең нисек үҫешеүенә, экологияға, төҙөлөшкә һәм юлдарҙы ремонтлауға, экспортты үҫтереүгә айырыуса иғтибар биреү күҙаллана.
Рәсәй Президенты Указын тормошҡа ашырыуҙы финанс яҡтан тәьмин итеү мәсьәләләре айырым ҡарала.
Игорь Комаров баш федераль инспекторҙарҙың, шул иҫәптән Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Мизаил Закомалдиндың докладтарын тыңланы.
Волга буйы федераль округы төбәктәрендә һайлау кампанияларына йомғаҡ яһап, тулы хоҡуҡлы вәкил Башҡортостанда уҙған һайлау кампанияһына айырым туҡталды, республикала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һайланды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтенән.
«Волга буйында һайлау ойошҡанлы һәм тыныс үтте. Халыҡтың үҙ ихтыярын белдереү һөҙөмтәләренә йоғонто яһарға һәләтле хоҡуҡ боҙоуҙар билдәләнмәне», — тине Игорь Комаров.
http://www.bashinform.ru/news/1210528-igor-komarov-proverit-gotovnost-regionov-pfo-dostich-tselevykh-pokazateley-natsproektov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика