08:17 (UTC+5), 14 Сентября 2018

Дәүләт Думаһы пенсия алдынан эштән бушатҡан өсөн енәйәт яуаплылығы «өсөн» сығыш яһаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа рәсәйҙәрҙе пенсия алды йәшендә (пенсияға биш йыл ҡалғас) эшкә алыуҙан баш тартҡан йәки нигеҙһеҙ эштән ебәргән өсөн енәйәт яуаплылығы тураһында закон проектын ҡараны. Бының өсөн 200-360 мең һум штраф һалыу йәки 360 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр тәғәйенләү тәҡдим ителә, тип яҙа РИА «Новости».
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының түбәнге палатаһының өс фракцияһы: «Берҙәм Рәсәй», «Ғәҙел Рәсәй», ЛДПР закон проектын тәүге уҡыуҙа хупланы. Коммунистар ҡаршы сығыш яһаны.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың июлендә Дәүләт Думаһы депутаттары пенсияға сығыу йәшен ир-егеттәргә — 65-кә, ҡатын-ҡыҙҙарға 63-кә тиклем арттырыу өсөн тауыш бирҙе. Һуңынан ил Президенты Владимир Путин халыҡҡа видеомөрәжәғәт менән сығыш яһап, реформаны йомшартыу: хаҡлы ялға сығыу йәшен ҡатын-ҡыҙҙарға — 60, ә и-егеттәргә 65 йәштән билдәләү тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ дәүләт башлығы социаль ярҙам сараларын индерергә: пенсия алды йәшендәге кешеләргә — эшһеҙлек буйынса пособиены арттырырға, ә эш биреүселәргә эштән бушатҡан өсөн енәйәт яуаплылығы вәғәҙә итте.
http://www.bashinform.ru/news/1210903-gosduma-vystupila-za-ugolovnoe-nakazanie-za-uvolnenie-pered-pennsiey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика