04:00 (UTC+5), 11 Сентября 2018

Өфөләге Йәмәғәт матбуғат үҙәге 2019 йылда республика башлығын һайлауҙа эшен дауам итә

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы «Башинформ» агентлығының матбуғат үҙәгендә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙарға йомғаҡ яһаны. Һайлауҙарҙа йәмәғәт күҙәтеү һәм йәмәғәт матбуғат үҙәктәре ойоштороу тәжрибәһе Өфөлә 2016 йылдан ҡулланыла. Быйыл 9 сентябрҙә Йәмәғәт матбуғат үҙәге өсөнсө тапҡыр эшләне. Белгестәр Йәмәғәт матбуғат үҙәге 2019 йылда Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ла ойоштороласағын билдәләне.
«Шулай уҡ йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда артабан бөтә һайлау процесында Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан йәмәғәт күҙәтеүселәре ҡатнашыуы тураһында республика законына төҙәтмә ҡабул ителергә тейеш», — тип һөйләне палата рәйесе Ольга Панчихина.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы етәксеһе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәдйәнова һүҙҙәренсә, Өфөләге Йәмәғәт матбуғат үҙәгендәге дуҫтарса мөхитте һәм «нон-стоп» режимында һөнәри эште бөтә белгестәр, политологтар, журналистар, блогерҙар һәм башҡа һайлау процесында ҡатнашыусылар билдәләне.
«Беҙгә берҙән-бер етмәгән нәмә – ул йәш быуын менән эшләү. Республиканың Йәмәғәт палатаһы 2019 йылғы һайлауҙа эште яҡшыртыу буйынса ошо һәм башҡа йүнәлештәр буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә», — тип билдәләне Ғәлиә Мөхәмәдйәнова.
9 сентябрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙарҙың нисек үтеүе тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында ҡарағыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1208902-obshchestvennyy-press-tsentr-v-ufe-prodolzhit-rabotu-na-vyborakh-glavy-respubliki-v-2019-godu/
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика