Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Сентябрь 2018, 11:35

Баймаҡта яңы башлыҡ менән килешеү төҙөлдө

http://photogoroda.com / © Ямиль Yamigos
http://photogoroda.com / © Ямиль Yamigos
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Баймаҡта ҡала хакимиәте башлығы һайланды. Ул – ҡала биләмәһе етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев. Һайлау һәм килешеү төҙөү тураһында ҡарар ҡала биләмәһе депутаттары ултырышында берҙәм тауыш менән ҡабул ителде.
Ҡала биләмәһе советында аңлатыуҙарынса, етәксе вазифаһы контракт ваҡыты уҙыу менән бәйле вакантлы булды. Башлыҡ вазифаһына ике кандидат: Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев һәм Баймаҡтың «Йылылыҡ селтәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Айрат Сөләймәнов дәғүә итте.
http://www.bashinform.ru/news/1209173-v-baymake-zaklyuchen-kontrakt-s-novym-glavoy/
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: